Mitrofan I. Kovalev
Quick Facts
Biography
Ҡалып:ФИО
Ковалев Митрофан Иванович (13 июнь 1922, Подпешинский утары, Царицын губернаһы — 28 декабрь 2002) — юрист,совет енәйәт хоҡуғы һәм криминология белгесе; Мәскәү юридик институтын тамамлаған (1949), юридик фәндәр докторы, диссертацияһын енәйәттә ҡатнашыу тураһында яҡлаған (1963); Свердловск юридик институтыныңң енәйәт хоҡуғы кафедраһы профессоры һәм мөдире (1964); РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Биографияһы
Митрофан Ковалев 1922 йылдың 13 июнендәПодпешенский утарында тыуған, артабан был утар Түбән Волга крайының Хопер округы) Серафимовичский районының бер өлөшөнә әйләнә, ә Рәсәй империяһы ваҡытында Царицын губернаһының бер өлөшө булып тора. 1939 йылдарҙа ул Клеть станицаһының урта мәктәбен тмамлай. Шул уҡ йылда И. М. Калинин исемендәге Ленинград юридик институтына уҡырға инә. Әммә Ковалев 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алына, унда миномет-артиллерия училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына 1942 йылдың ғинуарында алына һәм хәрәкәт итеүсе армияла һуғыштың аҙағына тиклем хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттәре өсөн улI дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм 6 миҙал менән бүләкләнгән. Гвардия капитаны дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтте тамамлаған.
1947 йылда, демобилизацияланғандан һуң , Ковалев Мәскәү юридик институтының икенсе курсына ҡабул ителә; 1949 йылда ул юғары юридик белем ала һәм аспирантураға уҡырға инә. 1952 йылда аспирантура тамамлай һәм «Уголовная ответственность за укрывательство» темаһына кандидатлыҡ диссертациялһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. Советюғары уҡыу йорттарында уҡыта: Һарытау юридик институтының енәйәт хоҡуғы кафедраһы мөдире һәм фәнни эштәр буйынса ректор урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы була. 1954 йылда доцент дәрәжәһен ала. Бынан тыш, Германияластажировка үтә һәм Канаданыңзаккондар сығарыу органдарының почетлы ағзаһы булып тора.
1955 йылдың авгусында РСФСР-ҙың юғары белем министрлығы тҡарамағындағы Свердловск юридик институтында енәйәт хоҡуғы кафедраһының мөдире вазифаһын биләй. 1963 йылда Ковалев «Соучастие в преступлении» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. Бер йылдан һуң, 1964 йылда ғалимдар уның профессор исемен раҫлай. Икенсе Халыҡ-ара енәйәт хоҡуғы конгресының эшендә ҡатнаша. 1976 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре»маҡтаулы исеменә лайыҡ була. 2002 йылдың 28 декабрендә вафат була.
Эштәре
Митрофан Ковалев 170-тән ашыу ғилми эштәр авторы һәм авторҙаштары булып тора, шулай уҡ бер нисә монография һәм дәреслектәр, Фәндәр академияһының дәүләт һәм хоҡуҡ академияһы сығарған алты томдан торған«Курс уголовного права» китабы авторҙарының береһе. Ковалев етәкселеге аҫтында 10 докторлыҡ һәм кандидатлыҡ һәм 57 диссертацияһы яҡлана. Совет енәйәт хоҡуғы һәм енәйәт-башҡарыу хоҡуҡтары проблемалары шулай уҡ — криминологияменән шөғөлләнә. СССР-ҙа хужалыҡ килешеү мөнәсәбәттәрен тикшереүсе юридик институтты ойоштороусыларының береһе була. Тикшеренеүҙәрен Уралда, шул иҫәптән, Түбәнге Тагил һәм Магнитогорск металлургия комбинаты, шулай уҡ — Үрге Исәт завод тарында үткәрә.
- «Соучастие в преступлении»,
- «Основы криминологии»,
- «Введение в уголовное право»,
- «Советский уголовный закон»,
- «Понятие преступления и его признаки»,
- «Проблемы объективной стороны состава преступления»,
- «Правовые проблемы защиты жизни, здоровья и генетического достоинства человека» (1996).
Иҫкәрмә
Әҙәбиәт
- Российский юридический журнал. — 2006. — № 1. — С. 34.
- Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
Һылтанмалар
- Митрофан Иванович Ковалев.Портал «Юридическая Россия» (2006-11-09).