peoplepill id: mikhail-andriasov
MA
Russia
1 views today
1 views this week
Mikhail Andriasov
Soviet writer and journalist (1914-1984)

Mikhail Andriasov

The basics

Quick Facts

Intro
Soviet writer and journalist (1914-1984)
A.K.A.
Michail Andriassow
Places
Gender
Male
Place of birth
Millerovo
Place of death
Rostov-on-Don
Age
69 years
Mikhail Andriasov
The details (from wikipedia)

Biography

Андриасов Михаил Андреевич (1 август 1914 йыл — 25 апрель 1984 йыл) — рус совет яҙыусыһы, журналист һәм публицист.

Биография

Миллерово ҡалаһында әрмән ғаиләһендә тыуған .

Бик иртә яҙа һәм, иң мөһиме, баҫыла башлай: 1925 йылда яҙмалары «Ленинские внучата» гәзитендә сыға. 1932 йылда, 18 йәше тулғас, профессиональ журналистика менән шөғөлләнә, «Большевистская смена», «Молот», «Красный кавалерист», «Красная звезда» гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә, ә инде киләһе йыл «За индустриализацию» үҙәк гәзитенең штатына Аҙау-Ҡара диңгеҙ крайы буйынса корреспондент булып алына.

1936 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, унан һуң матбуғатта хеҙмәтен дауам итә.

Бөйөк Ватан Һуғышы ваҡытында Андриасов «Боец РККА», фронт гәзитенең, һуңынан "Комсомольская правда"ла махсус хәбәрсе була, өлкән лейтенант. 1944 йылда ауыр яралана.

Һуғыштан һуң Одесса хәрби округының «Защитник родины» гәзитендә өлкән әҙәби хеҙмәткәр була.

1947 йылда Гукас Мадояндың ҡаһарман батальоны тураһында «Шесть дней» хикәйәһе сыға, ул артабан бик билдәле була һәм күп тапҡыр яңынан баҫтырыла. Һуңынан уның күбеһенсә очерктарҙан торған «Автомат Юры Тарасова», «Господствующая высота», «Легенда о золотом коне», «Придонская быль», «Сын солдата», «Племя отважных», «Штурм ледяного вала», «На донской земле», «Атоммаш зовет», «Молодость наша опаленная» китаптары сыға.

1958 йылда Андриасовты СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр.

1984 йылдың 25 апрелендә Дондағы Ростовта вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1974)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (6.11.1947)
  • «Кавказды обороналау өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • башҡа миҙалдар
  • «Огонек» журналы премияһы (1971)

Китаптары

  • Фёдор Токарев / М. Андриасов, В. Ватин —Ҡалып:Ростов н/Д:Ростиздат, 1941. — 63 б. — 5000 экз.
  • Сын Зангезура —Ереван:Армгиз, 1943. — 23 б. — 5000 экз.
  • Шесть дней: [Документальная повесть о стрелковом батальоне Г. Мадояна] —Ҡалып:Ростов н/Д:Ростиздат, 1947. — 120 б.
  • Вешенские были : [о М. А. Шолохове] —М.:Современник, 1975. — 191 б. — 10000 экз.

Әҙәбиәт

  • Моложавенко Владимир Семёнович Увольнению в запас не подлежит: Заметки о творческом пути // Дон. — 1982. — № 2. — С. 142—150.

Иҫкәрмәләр

  1. Книга:Писатели Дона 1976|страницы=35
  2. Книга:Писатели Дона 1986|страницы=46
  3. Книга:Писатели Советского Дона 1966|страницы=9
  4. Представление к награждению медалью «За отвагу». ОБД «Подвиг Народа».
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Mikhail Andriasov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Mikhail Andriasov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes