Mansur Gubajdullin
Quick Facts
Biography
Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы (29 ноябрь 1920 йыл — 10 декабрь 2008 йыл, Өфө) — иҡтисадсы, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почетлы академигы (1996), профессор (1973), иҡтисад фәндәре докторы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Биографияһы
Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы 1920 йылдың 29 ноябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Әлшәй ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылы) тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң, 1953 йылда, Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай.
1953 йылдан ул СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында иҡтисади тикшеренеү бүлегендә эшләй (1987 йылдан алып СССР Фәндәр академияһы Урал бүлегенең Башҡортостан ғилми үҙәге): өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире; 1990 йылданмалсылыҡ һәм аҙыҡ производствоһының Башҡортостан ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология институтында: баш ғилми хеҙмәткәр; 1995 йылдан Башҡорт дәүләт авиация университетында: кафедра профессоры, 1995-1998 йылдарҙа лаборатория мөдире.
Ғөбәйҙуллиндың ғилми йүнәлештәре: ауыл хужалығы иҡтисады, төбәк агросәнәғәт комплексы үҫеше проблемалары һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу.
Ул шулай уҡ төбәк агросәнәғәт комплексы үҫеше һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлегенең фәнни-методологик нигеҙҙәрен эшләүгә ҙур өлөш индергән.Уның тарафынан ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген арттырыу, малсылыҡты махсуслаштырыу, хужалыҡ-ара кооперативлаштырыу һәм интеграция үҫеше, фермер хужалыҡтарын үҫтереү проблемаларын хәл итеүҙеңметодологик нигеҙҙәре эшләнә.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһендә тора. Иҡтисад фәндәре докторы (1978), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Хеҙмәттәре
200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 25 китап һәм монография.
- Фәнни-техник прогресс шарттарында малсылыҡ үҫешенең иҡтисади проблемалары. М.: Наука, 1978.
- Башҡортостанда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын ойоштороу. Өфө, 1992.
- Агросәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының әйләнештәге аҡсалары. Өфө, 2005
Наградалары
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Татар энциклопедияһы: 5 т. т. 2: Г.-Й. Ҡазан: ТР ФА татар энциклопедияһы Институты , 2005.
- Башҡортостан энциклопедияһы: 7 т. т. 2:В-Ж. Өфө: башҡорт энциклопедияһы, 2006.
Һылтанмалар
- Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы // Башкирская энциклопедия —Уфа:ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- http://www.anrb.ru/blog/alias/gubaydullin