peoplepill id: mandar-karabaev
MK
2 views today
2 views this week
Mandar Karabaev

Mandar Karabaev

The basics

Quick Facts

The details (from wikipedia)

Biography

Мәндәр Ҡарабаев (?1740) — (1735—1740) йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе, Себер даруғаһы Дыуан волосының башҡорт старшинаһы.

Биографияһы

Мәндәр Ҡарабаев сығышы буйынса Себер даруғаһы Дыуан волосы башҡорттарынан. Ошо уҡ волоста старшина булып торған.

1735 йылда Ҡара-Табын волосы старшинаһы Йосоп Арыҡов менән берлектә Себер даруғаһы биләмәһендә баш күтәреүселәрҙең етәксеһе булып китә.

1737 йылдың яҙында Урта жуз ҡаҙаҡтары менән баш күтәреүсе башҡорттарға ярҙам күрһәтеү буйынса алып барылған һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.

1737 йылдың март-июнь айҙарында уның ҡулы аҫтындағы баш күтәреүселәр отряды «тоғро» старшиналар Күҙәш Рахманғолов һәм Таймас Шәимов командаларына ҡаршы һуғыша.

1737 йылдың июнь аҙағы — август баштарында уның отрядтары Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Төлкөсура Алдағолов, Юлдаш Һөйәрембәтов һәм башҡалар етекселегендәге баш күтәргән башҡорттар менән берлектә Өфө һәм Исет провинцияларының Бөрө, Ҡатай төрмәһе, Красноуфимскҡәлғәһе, Көнгөр, Оса (ҡалаһы) һәм башҡа ауыл-ҡалалар өсөн көрәшәләр.

1738 йылдың ғинуарынан Себер даруғаһы биләмәһе баш күтәреүселәрен етәкләй.

1738 йылдың авгусы урталарынан ҡайһы бер ихтилалсылар менән бергә генерал-лейтенант Соймонов, Леонтий Яковлевичҡа баш һалып, Табын ҡәлғәһенә килә.

1739 йылдың мартында Себер даруғаһы халҡы йыйын ойоштора һәм унда халыҡ иҫәбен алыуҙан баш тартыу буйынса ҡарар ҡабул итәләр, шулай уҡ батша властарының башҡа ҡарарҙарын үтәүҙән баш тартыу тураһында ла килешәләр.

Йөҙ башы Сибекәй Ҡыҙрәков ошо хаҡта былай тип яҙа:

«…Әйле волосынан башҡорт Алайҙыйәнғол халыҡ иҫәбен алыу буйынса старшиналарға һәм халыҡтың хөрмәтле кешеләренә килде. Ундағы старшиналар Мырҙалар волосының Мәтетигән ауылында йыйылдылар. Атап әйткәндә, был 2-3 көнлөк кәңәшмәлә Дыуан волосының Мәндәр, Әйле волосының Сурашмулла, Кәртә-Таулы волосының Стайғол һәм башҡа ауылдарынан 30-лап хөрмәтле кешеләре йыйылды.Улар халыҡ иҫәбен алыусы офицерҙарҙың ҡайҙа һәм ҡасан булырын әйттеләр, кешеләрҙе үҙҙәренең мөлкәтен, мал-тыуарын рустарға кире бирҙертмәҫ өсөн, иҫәп алдыртмаҫҡакәңәш иттеләр.».

1739 йылдың көҙөндә Алландығол Ҡотлоғужин Ҡараһаҡал һәм Йәрмөхәмәт Хаджиев менән бергә яңы ихтилалдың етәкселәре булып китә.

1740 йылдың ғинуарынан уның етәкселегендәге баш күтәреүселәр отряды Себер даруғаһы, ә 1740 йылдың май айынан Ноғай даруғаһы биләмәләрендә «тоғро» старшиналар командаларына һәм Л. Я. Соймонов командалығындағы батша ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшә.

1740 йылдың 3 июнендә Тубыл йылғаһы буйында Я. Павлуцкий етәкселегендәге батша ғәскәре менән алышта һәләк була.

Әҙәбиәт

  • Аҡманов И. Г. XVII быуатта — XVIII быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостан Рәсәй дәүләте составында. Свердловск, 1991.
  • Алтон С. Доннелли. Рәсәйҙең Башҡортостанды баҫып алыуы. Инглиз теленән Л. Р. Бикбаева тәржемәһе. Өфө, 1995.
  • Башҡорт халҡы тарихы: 7 томда./ баш ред. М. М. Ҡоләшарипов —Өфө:Ғилем, 2011. — Т. III. — 476 б. — ISBN 978-5-7501-1301-9.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмадар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Mandar Karabaev is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Mandar Karabaev
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes