peoplepill id: lira-fajzullina
LF
Russia
1 views today
1 views this week
The basics

Quick Facts

A.K.A.
Лира Фахреевна Файзуллина
Places
Gender
Female
Place of birth
Gafuriysky District
Age
88 years
The details (from wikipedia)

Biography

Lira Fajzullina
Лира Фәйзуллина радиостудияла

Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы (25 февраль 1936 йыл) — Башҡортостан радиоһының тәүге дикторҙарының береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Биографияһы

Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллина (ҡыҙ фамилияһы Мәхмүтова) 1936 йылда Башҡорт АССР-ының хәҙерге Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Шул уҡ райондың Үтәк ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1956 йылда «Өфөлә башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы булдырыла» тигән хәбәр ишетеп, дикторҙар конкурсында үҙен һынап ҡарарға була. Тиҙҙән уның тауышы радио аша бөтә Башҡортостанға яңғырай ҙа башлай.

Артабан Мәскәүҙә дикторҙар курсында уҡый, күренекле совет дикторҙары — Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородоваларҙан һөнәр оҫталығына өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһында Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтан һабаҡ ала.

40 йылдан ашыу диктор булып эшләй, тиҫтәләгән рус телендәге фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша. Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар менән бер рәттән, уның тауышы тиҫтәләгән йылдар буйына көндән-көн Башҡортостан радиоһын танытып торған тауыш була.

Лира Фәхри ҡыҙы шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та билдәле.

Әлеге ваҡытта ул хаҡлы ялда, ире Рәүил ағай менән тыныс ҡына тормош көтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Lira Fajzullina is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Lira Fajzullina
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes