Khamza Usmanov
Quick Facts
Biography
Усманов Хәмзә Фәтих улы (24 апрель 1923 йыл — 13 ғинуар 2009 йыл) — тарихсы, Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981).
Биографияһы
Хәмзә Фәтих улы Усманов 1923 йылдың 24 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Соҡаҙытамаҡ улусыТуҙлыҡыуыш ауылында тыуған.
Ауыл хужалығы училищеһында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Смоленскиҙағы артиллерия мәктәбенә эләгә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Х. Ф. Усманов Х. Ф. Усманов командир-артиллерист була, Курск дуғаһында һуғышҡа инә, оҙон яу юлдары үтә, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша. 1945 йылдың майында уның ауыр гаубицалар батареяһы Гитлерҙың рейхсканцелярияһын тура утҡа тота. Өс тапҡыр яралана, контузия ала.
Демобилизацияланғас, 1950 йылда Хәмзә Усманов К. А. Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институтының (хәҙерге БашДУ) тарих факультетын, 1952 йылдың көҙөндә СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының аспирантураһын тамамлай.
1956 йылда Х. Ф. Усманов кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм 1958 йылда Башҡортостанда Столыпиндың аграр реформаһы тарихы буйынса беренсе монографияһын баҫтыра. Х. Ф. Усмановтың «Столыпинская аграрная реформа» (1958 йыл) тигән монографияһы ХХ быуаттың икенсе яртыһы дауамында һәм унан һуң да күп һанлы ғилми хеҙмәттәрҙә (дөйөмләштереүсе монографияларҙа, вуз курстарында, мәжбүри әҙәбиәт исемлектәрендә) файҙаланыла.
1977 йылда Хәмзә Фәтих улы докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (ғилми етәксеһе А. М. Анфимов) һәм 1981 йылда икенсе китабын — реформалар дәүере буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәрен баҫтырып сығара.
1955 йылдан башлап — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында: сектором мөдире (1978—1979), директор (1980—1988), бүлек мөдире (1988—1993), баш ғилми хеҙмәткәр (1993—2006) була. 1962—1963 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты проректоры булып эшләй.
Ғилми тикшеренеүҙәре XIX быуаттың икенсе яртыһы — XX быуат башында Башҡортостанда ауыл хужалығы, сәнәғәт, революцион хәрәкәт тарихы даирәһен биләй.
Уҡыусылары араһында 10 фән кандидаты бар. Х. Ф. Усманов БР Фәндәр академияһының Социаль һәм гуманитар фәндәр бүлексәһендә иҫәпләнә.
2009 йылдың ғинуарында вафат була.
Хәтер
2011 йылдан республикала, ғалимдың хеҙмәттәренә һәм тормошона арнап, Усманов уҡыуҙары үткәрелә.
Хеҙмәттәре
Усманов Хәмзә Фәтих улы — 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 25 монография авторы.
- Столыпинская аграрная реформа в Башкирии. Уфа: Башкнигоиздат, 1958.
- Развитие капитализма в сельском хозяйстве Башкирии в пореформенный период. М.: Наука, 1981.
- История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX века. Уфа: Китап, 1996 (соавтор и гл. ред.).
- О существление столыпинской аграрной реформы в Башкортостане // Аграрная реформа П. А. С толыпина и современность. Уфа, 2002.
Наградалары
Усманов Хәмзә Фәтих улы Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), Александр Невский (1944), I (1985) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары һәм 14 Бөйөк Ватан һуғышы миҙалы менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы
- ↑ УСМАНОВ Хамза Фатыхович.
- ↑ Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН.
- ↑ В Стерлитамаке прошли Усмановские чтения.
Әҙәбиәт
- Усманов Хәмзә Фәтих улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 21 апрель 2018)
- Халфин, Сагитьян Ахуньянович «Неутомимый труженик академической науки — Хамза Фатыхович Усманов» / С. А. Халфин; АН Респ. Башкортостан. Уфим. науч. центр Ран. Институт истории, языка и лит. 2011 г.