Khalyaf Shaykhislamov
Quick Facts
Biography
Шәйхисламов Хәләф Шакир улы (рус. Шайхисламов Халяф Шакирович) (1912 – 28.5.1958) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты.
Биографияһы
1912 йылда хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Семеновка ауылында тыуған. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Баймаҡ районы военкоматы хәрби хеҙмәткә саҡыра. 275 кавалерия полкында генерал-майор Кусимовтың Т. Т. атын ҡараусы булып хеҙмәт итә.
«Комендантура бүлегенең командиры, өлкән сержант Хәләф Шәйхисламов төнөн үҙенең полкы яулап алған Выхвостово ауылын тикшереп йөрөгәндә, полк урынлашҡан йорт эргәһендәге һарайҙа ҡул пулемәты һәм автомат менән ҡоралланған гитлерселәр группаһына тап килә. Хәләф 3 немец һалдатын юҡ итә, бер офицер һәм ике дошман һалдатын пленға ала. Днепр йылғаһын форсировать иткәндә, ул туҡтамаҫ дошман уты аҫтында, санитар повозкалар булмаһа ла, бер үҙе кисеү аша 30 яралы полкташ иптәштәрен һәм 9 ҡаты яраланған офицерҙы кисеү аша эвакуациялай. Шул уҡ ваҡытта Хәләф Шәйхисламов ябай ғына һал ҡорамалары ярҙамында штаб повозкаларын һәм ат ҡараусыларын Днепр аша үткәрә», - тип тасүирлау уның тураһында 1943 йылдың 15 октябрендә 58—се гвардия атлы полкы командиры, гвардия подполковнигы Таһир Күсимов.
Һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. 1946 йылдан Баймаҡ районы Түбә руднигында эшләй, 1956 йылдан Күгиҙел ауылында ферма управляющие булып эшләй.
Шәйхисламов Хәләф Шакир улы 1958 йылдың 28 майында вафат була.
Наградалары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии
- ↑ Шайхисламов Халяф Шакирович
- ↑ ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 2310.