Khabibamal Khametova
Quick Facts
Biography
Хәмитова Хәбибъямал Бикмөхәмәт ҡыҙы (1 июль 1890 йыл — 17 сентябрь 2011 йыл) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендә йәшәгән оҙон ғүмерле башҡорт ҡатыны.
Биографияһы
Хәбибъямал Бикмөхәмәт ҡыҙы Хәмитова 1890 йылдың 1 июлендә Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Әмин ауылында тыуған. 16 йәшендә кейәүгә биргәндәр. Ете бала — өс ҡыҙ һәм дүрт ул тапҡан. 1930 йылда Хәбибъямалдың атаһын кулак тип ауылдан һөрәләр һәм Себергә ебәрәләр. Бөйөк Ватан һуғышында ире һәм өлкән улы һәләк булған. Ғүмер буйы колхоз баҫыуҙарында һәм фермаларында эшләй. Ҡарағайкүл ауылында йәшәгәндә быҙау ҡараусы була, һуңғараҡ өшкөрөүсе һәм кендек инәһе булып таныла, ауылдаштарын дауалай. Оҙон ғүмерлелек уларҙа заттан килә: Хәбибъямалдың әсәһе — Накиә- 105 йәшкә еткән, ә өләсәһенең бер туған апаһы 115 йыл йәшәгән. Хәбибъямал Бикмөхәммәт ҡыҙының үҙе тере сағында һигеҙ ейәне, ун туғыҙ ейәнсәре, 40-тан ашыу бүләһе һәм 16 тыуаһы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 15) булған.
Хәбибъямал инәйҙең туғандары һәм үҙенең таныуы буйынса, уға өс быуат аша үтергә режим буйынса йәшәү, сәләмәт туҡланыу, хәрәкәт һәм доғалар ярҙам итә. Ҡағиҙә булараҡ, иртән алтыла уяна, намаҙ уҡый һәм ашап ала, мөмкинсә йөрөп килә. «Булғанына ҡәнәғәт итергә, татыу йәшәргә һәм Аллаһы тәғәләне онотмаҫҡа кәрәк», — ти торған була Хәбибъямал әбей.
1994 йылда, 104 йәше тулғанда, Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһына (Силәбенән 80 км алыҫлыҡта) шунда йәшәгән 65 йәшлек ейәнсәре Танзиләнең ғаиләһенә күсеп килә.
Ҡалаға күскәс тә үҙ шөғөлөнән баш тарта алмай. Инде бала табыусыларға ярҙам итмәй, әммә сабыйҙарҙың бүҫерен дауалай. Хатта урындағы балалар табибтары бәләкәй пациенттарын уға ебәрә. 118 йәшенә тиклем йорттағы өҫкө ҡаттарға күтәрелә — хәрәкәт өсөн. Иҙеп әҙергән ризыҡҡа ғына өҫтөнлөк бирә, йөҙөм менән сәй эсергә, еләкле йогурт ярата. 119 йәшендә Хәбибъямал әбей һуҡырая һәм доғаларҙы яттан ғына уҡый.
Оло йәштәге ҡатындың паспортында тыуған йылы ғына күрһәтелгән була — 1890. Мәгәр үҙе йәй көнө тыуғанмын тип һанай һәм 1 июлде тыуған көнө тип билдәләй торған була.
Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһында 2011 йылдың 17 сентябрендә вафат була..
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ На 122-м году жизни скончалась старейшая жительница Южного Урала
- ↑ Магнитогорск | В Магнитогорске живёт главная долгожительница области — БезФормата. Ru
- ↑ Старейшая жительница планеты живёт в Челябинской области.5-tv.
- ↑ Новости - Уральский федеральный округ.
- ↑ Подарок судьбы по-озёрски: комната к 120-летию со дня рождения
- ↑ Самая старая россиянка празднует 121-летие - Правда.Ру.
- ↑ Старейшая жительница Урала отмечает своё 121-летие.
- ↑ Старейшая жительница Урала отмечает свой 121-ый день рождения.
- ↑ Секрет долголетия.
- ↑ Умерла старейшая жительница России // KP.RU.Kp.ru.
- ↑ http://www.kamchatka.aif.ru/society/zkh/450026