peoplepill id: juriy-nikolaevitsj-onkolog-solovjov
JNS
Russia
1 views today
1 views this week
Juriy Nikolaevitsj (onkolog) Solovjov
Russian scientist

Juriy Nikolaevitsj (onkolog) Solovjov

The basics

Quick Facts

Intro
Russian scientist
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Chukhlomsky District, Russia
Age
96 years
The details (from wikipedia)

Biography

Соловьев Юрий Николаевич (17 апрель 1928 йыл) — совет һәм Рәсәй онкологы, СССР медицина фәндәре академияһыныңакадемигы (1991),Рәсәй Фәндәр академияһыакадемигы (2013).

Биография

1928 йылдың 17 апрелендә Кострома өлкәһе Чухломский районының Георгий ауылындатыуған.

1953 йылдаИ.В. Сталин исемендәге 2-сеМәскәү медицина институтын(һуңғараҡ — Н. И. Пирогов исемендәге) тамамлай, артабанинституттың ЛОР ауырыуҙары кафедраһы янында ординатуралауҡый һәм бер үк ваҡытта өлкән лаборант, СССР Һаулыҡ һаҡлау биофизикаһы институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1960йылдан 1963 йылға тиклемСССР медицина фәндәре академияһының А.Н. Сысин исемендәге дөйөм һәм коммуналь гигиена институтында «Патоморфология» лабораторияһыныңмөдире булып эшләй

1963 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — СССР МФАэксперименталь һәм клиник онкологияныңҒилми-тикшеренеү институтында(артабан — СССР МФА Бөтә Союз онкология ғилми үҙәге —хәҙеронкологияның Н.Н. Блохин исемендәге Милли медицина ғилми тикшеренеү үҙәгендә эшләй, кешешешенең патологик анатомияһы бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәренән алып фән буйынса Үҙәктең директор урынбаҫарына тиклем юл үтә, 1978 йылда терәк-хәрәкәт аппаратышешенең патологик анатомияһы лабораторияһын етәкләй.

1981йылдан 1985 йылға тиклем СССР МФА Бөтә Союз онкология үҙәге канцерогенезы Ғилми тикшеренеү үҙәгенең һәм фәндәр буйынса Үҙәк директоры урынбаҫары.

1985 йылдан 1993 йылға тиклем — кеше шешепатологик бүлеге менән етәкселек итә, 1993 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — был бүлектеңтөп ғилми хеҙмәткәре.

1984 йылда СССР медицина фәндәре академияһыныңағза-корреспонденты булып һайлана.

1991 йылда СССР-ҙың медицина фәндәре академияһыныңакадемигы

2013 йылдаРФА академигы.

Фәнни эшмәкәрлеге

Эксперименталь һәм клиник онкоморфология өлкәһендәбелгес.

40 йылдан ашыу патологияны өйрәнеүгә, һөйәктәрҙең яман шешен диагностикалауға һәм дауалауҙың һөҙөмтәлелеген баһалауғаарнай

Радиобиология һәм нур патологияһы өлкәһендә эштәр циклыүткәрә, тирә-яҡ мөхит факторҙарының хайуандар организмынайоғонтоһон комплекслыөйрәнә, әлеге ваҡытта һөйәктә һәм һөйәк һөлдәһендә шештәрҙе һәм яман шештәрҙе диагностикалау, патогенезы һәм дауалау һөҙөмтәлегеген баһалаумәсьәләләрен өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Күп йылдар Ҙур медицина энциклопедияһы мәхәрририәтесоставында«Онкология»һәм«Патологическая анатомия» мәхәрририәт бүлегендә ғалми секретарь сифатында эшләй, медицина энциклопедияһының 3-сө баҫмаһындабер нисә мәҡәләнең авторы

200-ҙән ашыу фәнни эш авторы.

«Архив патологияһы», «The American Surgery Pathology», «Pathology Human» (АҠШ) һ. б. фәнни журналдарының редколлегия составына инә.

Ғалимдарсоветы составында даими эшләй,төрлө локализациялағы шештәр диагностикаһын һәм номенклатураһын эшләү буйынсахалыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша.

1985 йылданРФ Президентының поликлиника менән Үҙәк клиник дауаханаһында штаттан тыш консультант булып тора.

15 йылдан ашыу һөйәк шеше терапияһы проблемалары менән шөғөлләнеүсе белгестәр төркөмө менән етәкселек итә, АҠШ, Франция, Швейцарияла халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнаша.

Уның етәкселегендә 30 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡла

Наградалары

  • Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (төркөм составында, 1999 йыл) — остеогон саркомаһының ҡатнаш дауалау ысулдарын әҙерләү һәм клиник практикағаиндереүе өсөн
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)
  • А.И. Абрикосов исемендәге СССР МФА премияһы
  • Н. Н. Пирогов исемендәгепремия

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Juriy Nikolaevitsj (onkolog) Solovjov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Juriy Nikolaevitsj (onkolog) Solovjov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes