peoplepill id: ivan-sajgin
IS
Russia
1 views today
1 views this week
Ivan Sajgin
Russian scientist

Ivan Sajgin

The basics

Quick Facts

The details (from wikipedia)

Biography

Сайгин Иван Андреевич (1906 йыл 22 июль , Барьез ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1987 йыл 21 июнь, Өфө ҡалаһы, СССР) — һөт йылҡысылығы һәм ҡымыҙ эшләү өлкәһендә ғалим, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1963 йыл), профессор (1972 йыл). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975 йыл). Сәнәғәт хужалығының яңы тармағына — һөт (ҡымыҙ) йылҡысылығына нигеҙ һалыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Сайгин Иван Андреевич 1906 йылдың 22 июлендә Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Барьез ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районында, күп балалы крәҫтиән ғаилә тыуған.

1926 йылда Пермь эшселәр факультетына уҡырға инә, унан һуң Мәскәү зоотехник институтында йылҡысылыҡ буйынса уҡыуын дауам итә, уны1932 йылда тик бишле билдәләренә генә тамамлай.

Эш урыны: 1932 йылдан — Ҡостанай ат заводында баш зоотехник , 1934 йылдан алып  — Стрельцовка ауылында  украин зона йылҡысылыҡ станцияһының  ғилми хеҙмәткәре, 1936 йылда Башҡорт республика малсылығының тәжрибә станцияһында эшләй, һуңынан — Башҡортостан ауыл хужалығының ғилми-тикшеренеү  институтында һөт йылҡысылығы һәм ҡымыҙ эшләү бүлеге мөдире. 

1942—1945 йылдарҙа Тыуған илде һаҡлау өсөн Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

Иван Андреевичтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе  — сәнәғәт һөт йылҡысылығы, уның етәкселеге аҫтында бейәләрҙең  лактация эшмәкәрлегендәге законлылыҡты өйрәнеү, ҡолондарҙың әсә һөтөнә ихтыяждары, бейәләрҙе һауынға индереүҙең иң ҡулай ваҡыты, һауыуҙың режимы, һауын бейәләрҙең ҡолондарын алты айға тиклем үҫтереүҙең схемаһы асыҡлана, һөҙөмтәләр һәм өйрәнеү нигеҙендә бейәләрҙең һауыны һәм яҡшы үҫешкән ҡолондар   менән бәйләнешенең ғилми нигеҙле системаһы эшләнә. 

Уның еткәселеге аҫтында Башҡорт АССР-ында тоҡом аттары буйынса эштәр алып барыла, шуның арҡаһында «башҡорт» тоҡомло аттар юҡҡа сығыуҙан һаҡлана һәм автономиялы республикала аттарҙың төп тоҡомо булып ҡала. 

1950 йылға тиклем СССР-ҙа колхоз һәм совхоздарҙа бейә һауыу  тыйыла, тик БАССР-ҙың махсуслаштырылған ҡымыҙ менән дауалау шифаханаларында ғына һауалар:  «Шафран» курортында, Чехов, Аксаков исемендәге шифаханаларҙа. Сайгин етәкселегендә эш һөҙөмтәләре  бындай тыйыуҙың урынһыҙ булыуын дәлилләүе, ҡолондарға зыянһыҙ уртаса йылына1 100 — 1 400 литр һөт алыуҙың оптималь һауыу системаһын эшләүе  1952 йылда малсылыҡтың Башҡорт тәжрибә станцияһының йылҡысылыҡ тармағына бейәләрҙе һауыу буйынса тыйыуҙы бөтөрөргә мөмкинлек бирә һәм һөт йылҡысылығын ойотороу буйынса тәҡдимдәр индерә.  Тыйыуҙы бөтөрөү буйынса бәхәстәрҙен һуң фәнни махсуслаштырылған «Коневодство» журналы биттәрендә  был тәҡдим хуплана, һәм буласаҡ һөт йылҡысылығы республика колхоз һәм совхоздарында  планлаштырыла.

И. А. Сайгин шулай уҡ Раевка һөт заводында бейә һөтөн етештереү, уны киптереү һәм тергеҙеү, ҡымыҙ әсеткеһен әҙерләү, ҡымыҙҙы тәбиғи һөттән етештереү һәм бейә һөтөн тергеҙеү технологияһын эшләй. Уның нигеҙендә илдең курорттарында һәм шифаханаларында йыл әйләнәһенә ҡымыҙ менән дауалау ойошторола. 

Иван Андреевич ете фән кандидатын әҙерләй, үҙенең хеҙмәттәре һәм хеҙмәте  өсөн  Тыуған илдең  орден һәм миҙалдары менән бүләкләнә, ә сәнәғәт йылҡысылығындағы ҡаҙаныштары өсөн — СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең   алтын һәм ике бронза миҙалы менән бүләкләнә.

Хеҙмәттәре 

Иван Андреевич — зоотехника һәм йылҡысылыҡ өлкәһендәге 130 ғилми хеҙмәттең авторы (бөтәһе лә күрһәтелмәгән):

  • «О работе на кумысной ферме», — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1954. — 72 с. : ил. — 0,85 рублей;
  • «Башкирская лошадь и пути её улучшения». Уфа, 1955 год;
  • «К вопросу о влиянии различных факторов на изменчивость химического состава кобыльего молока» // Труды БСХИ. — Уфа, — Т. 11, ч. 2: Зоотехния. — С.54 — 57. — С. Уфа, 1963 год;
  • «Коневодство и кумысоделие», Башкнигоиздат, — 104 с. : ил. — 0,14 рублей, Уфа, 1965 год.
  • «Кобылье молоко: его использование для кумысолечения», 183 стр., Россельхозиздат, 1967 год:

Наградалары, исемдәре

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • Ауыл хужалығы фәндәре докторы  (1963)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
  • Профессор (1972)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975)
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын һәм ике бронза миҙалы
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) һәм1985 йылдың  6 апрелендәге 84-се һанлы награда  документы.

Ғаиләһе

  • Ҡатыны.
  • Улы.
  • Ейәнсәре, Атлантала йәшәй, АҠШ

Иҫкәрмәләр

  1. Сайт ВКХ, Услуги.
  2. Сайт газеты «Республика Башкортостан» № 138.
  3. В. С. Мурсалимов, Башкирская энциклопедия.
  4. Общедоступный электронный банк документов «Подвиг Народа в Великой Отечественной войне 1941 — 1945 гг.»

Әҙәбиәт

  • Сайгин Иван Андреевич (1906 — 1981) Электронный ресурс // Профессора Башкирского государственного аграрного университета 1930 — 1995 гг. — Уфа, 1995. — С. 9;
  • Башкирская энциклопедия: В 7 томах. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006 год;
  • Башкирская энциклопедия. Уфа, 2007 год;
The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Ivan Sajgin is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Ivan Sajgin
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes