peoplepill id: ishmukhametov-galyautdinov
Ishmukhametov Galyautdinov
The basics
Quick Facts
A.K.A.
Ishmukhamet Gilmutdinovich Galyautdinov
Places
Gender
Male
Place of death
Ufa, Republic of Bashkortostan, Russia
Age
67 years
The details (from wikipedia)
Biography
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов (1 ғинуар 1948 — 10 октябрь 2015) — башҡорт теле белгесе, Филология фәндәре докторы (1992), профессор, шәрҡиәтсе.
Биографияһы
- Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы 1948 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Сораман ауылында тыуған. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
- Шул уҡ йылдан алып СССР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1992 йылдан — бүлек мөдире.
- 1993 йылдан алып БР Фәндәр академияһының баш ғилми секретары вазифаһын башҡара.
- 1996—2006 йылдарҙа Гуманитар фәндәр бүлегенең академик-секретары вазифаһын башҡара.
- 2000—2010 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры, бер үк ваҡытта 2001 йылдан алып башҡорт, урыҫ һәм сит телдәр кафедраһы мөдире, 2010 йылдан — башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире.
- 2011 йылдан башлап «Проблемы востоковедения» журналы мөхәррире.
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов 2015 йылдың 10 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.
Ғилми эшмәкәрлеге
Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың археография, текстология, әҙәби башҡорт теленең тарихи үҫешен өйрәнеү проблемалары, башҡорт балалар фольклоры менән бәйле. «Башҡорт әҙәби теленең ике быуаты» («Два века башкирского литературного языка; 2000»)монографияһында автор XIX быуат — XX быуат башы яҙма ҡомартҡылары нигеҙендә башҡорт әҙәби теленең үҫешен яҡтырта, уның телдән тыш сәбәптәрен күрһәтә. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй Фәндәр Академияһының Шәрҡиәтселәр йәмғиәте президенты (2004—2006).
Хеҙмәттәре
- Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө, 1993 (авторҙ.);
- «Тарих нама-и булгар» Таджетдина Ялсыгулова. — Уфа, 1990;
- Башкирские народные детские игры. — Уфа, 2002.
Маҡтаулы исемдәре
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995);
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986);
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- А. Р. Абдуллин. Востоковед из Уфы // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1997. Т. 2. № 4.
- М. Ямалетдинов. Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов = Ишмухамет Галяутдинов: документальная повесть. — Өфө, 2009.
The contents of this page are sourced from Wikipedia article.
The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Ishmukhametov Galyautdinov is in following lists
By work and/or country
comments so far.
Comments
Ishmukhametov Galyautdinov