peoplepill id: irek-gayseevitsj-akmanov
IGA
Russia
1 views today
1 views this week
Irek Gayseevitsj Akmanov
Russian scientist

Irek Gayseevitsj Akmanov

The basics

Quick Facts

Intro
Russian scientist
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Russia
Age
91 years
Residence
Russia
Family
The details (from wikipedia)

Biography

Аҡманов Ирек Ғайса улы (19 август 1933 йыл) — башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан РеспубликаһыныңФән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры.

Биографияһы

Ирек Ғайса улы Аҡманов 1933 йылдың 19 авгусында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Ырыҫҡол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

1957 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1962 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта (1981—1986 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 1982—2005 йылдарҙа Ватан тарихы кафедраһы мөдире).

Ғилми эшмәкәрлеге

И. Ғ. Аҡмановтың фәнни тикшеренеүҙәре XVI—XVIII быуаттарҙағы Башҡортостандың сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеше проблемаларына, башҡорт ихтилалдары (XVII—XVIII быуаттар) тарихына арналған. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

  • XVII быуатта — XVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре. Өфө, 1998;
  • Социально-экономическое развитие Башкортостана во второй половине XVI- первой половине XVIII в. Уфа, 1981;
  • Башкирия в составе Российского государства в XVII- первой половине XVIII века. Свердлоаск, 1991;
  • Башкирские восстания XVII — начале XVIII вв. Уфа, 1993.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006);
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985);
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998);
  • Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008);
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008).

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы

Сығанаҡтар

  • Аҡманов Ирек Ғайса улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Ә. Сөләймәнов. Хәҡиҡәтте яҡлаған — ғалимлығын аҡлаған. — «Башҡортостан» гәзите, 2013 йыл, № 173—174.

Һылтанмалар

  • Ирек Гайсеевич Акманов : библиогр. указ. / М-во культуры Респ. Башк. Нац. б-ка Респ. Башк. Библиогр. отд.; [сост. Т. А. Карманова; под ред. Р. Х. Тимергалиной] .— Уфа : Город. тип., 1992 .— 20 с. .— (Ученые Башкортостана) .— Имен. указ.: с. 17 .— ISBN , 300 экз..
  • Библиографический указатель (рус.)
  • The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
    Lists
    Irek Gayseevitsj Akmanov is in following lists
    comments so far.
    Comments
    From our partners
    Sponsored
    Credits
    References and sources
    Irek Gayseevitsj Akmanov
    arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes