Inessa Sharova
Quick Facts
Biography
Шарова Инесса Христиановна (тыуған 28 октябрь, 1931, Мәскәү) — совет һәм рәсәй энтомологы, ызылдауыҡ төнгө ҡуңыҙ экологияһы белгесе, биология фәндәре докторы (1974), Мәскәү дәүләт педагогия институты профессоры.
Биографияһы
Шарова Инесса Христиановна 1931 йылдың 28 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1953 йылда ул Мәскәү дәүләт педагогия институтын тамамлай. Институтта уҡыған студент йылдарында Шарова Инесса Христиановна профессорҙарМеркурий Сергеевич Гиляров һәм Константин Владимирович Арнольди етәкселегендә ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә. Ул хайуандарҙың эволюцион морфологияһы һәм экологияһы институты ойошторған экологик экспедицияларҙа ҡатнаша. Артабан Шарова Инесса Христиановна 1956 йылда Мәскәү дәүләт педагогия институтының зоология һәм дарвинизм кафедраһында эшләй башлай. 1974 йылда ул«Жизненные формы жуков-жужелиц (Coleoptera, Carabidae)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1974—1984 йылдар буйынса Шарова Инесса Христиановна биология-химия факультеты деканы булып эшләй.
Фәнни ҡаҙаныштары һәм наградалары
Шарова Инесса Христиановна карабидологтар фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы һәм Рәсәй тупраҡ зоологтары мәктәбе лидерҙарының береһе. Ул бызылдауыҡ төнгө ҡуңыҙ ғаиләһе имагоһы һәм ҡаршлауыҡтарҙың тормошон формалары классификацияһын тәҡдим иткән. Олег Леонидович Крыжановский менән берлектә Шарова Инесса Христиановна өс Бөтә Союз карабидологтар кәңәшмәһен ойоштороуҙың инициаторы була.
Шарова Инесса Христиановна бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнгән, шулай уҡ «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән. 2003 йылда Шарова Инесса Христиановнаға «РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. МДПУ-ның почетлы профессоры.
Баҫмалары
Шарова Инесса Христиановна 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығарған, шул иҫәптән монографиялар, уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәрҙең дә авторы булып тора.
Монографиялары
- Шарова И. Х. Жизненные формы жужелиц (Coleoptera, Carabidae) —М.:Наука, 1981. — 360 б.
- Шарова И. Х. Проблемы теории эволюции —М.:Знание, 1981. — 64 б. — (Новое в жизни, науке, технике).
- Никишов А. И., Шарова И. Х. Биология. Животные, 7-8. Учебник для 7-8 классов средней школы — 3-е издание. —М.:Просвещение, 1997. — 256 б.
- Шарова И. Х. Зоология беспозвоночных : Книга для учителя —М.:Просвещение, 1999. — 303 б. — ISBN 5-09-007690-1.
- Шарова И. Х. Зоология беспозвоночных : Учеб. для студентов вузов —М.:ВЛАДОС, 2002. — 591 б. — (Новое в жизни, науке, технике). — ISBN 5-691-00332-1.
- Шарова И. Х.,Макаров К. В. Сравнительная зоология и эволюция животных: учебное пособие : 7 кл. —М.:Изд-во НЦ ЭНАС, 2003. — 247 б. — ISBN 5-93196-046-5.
- Шарова И. Х.,Мосалов А. А. Биология : внеклассная работа по зоологии —М.:Изд-во НЦ ЭНАС, 2004. — 150 б. — ISBN 5-93196-476-2.
- Шарова И. Х.,Шаталова С. П., Макаров К. В. Преподавание зоологии в школе : метод. рекомендации : поурочное планирование : внекл. работа —М.:АЙРИС ПРЕСС, 2006. — 171 б. — ISBN 5-8112-1721-8.
Мәҡәләләре
- Шарова И. Х. Морфо-экологические типы личинок жужелиц (Carabidae) // Зоологический журнал. — 1960. — Т. 39. — № 5. — С. 691—708. — ISSN 0044-5134.
- Шарова И. Х. Жизненные формы имаго жужелиц // Зоологический журнал. — 1974. — Т. 53. — № 5. — С. 692—709. — ISSN 0044-5134.
- Шарова И. Х. Жизненные формы имаго жужелиц // Журнал общей биологии. — 1973. — Т. 34. — № 4. — С. 563—570. — ISSN 0044-4596.
- Шарова И. Х., Хобракова Л. Ц. Особенности жизненных циклов Pterostichus montanus (Motschulsky, 1844) и Carabus loschnikovi (Fischer-Waldheim, 1822) (Coleoptera, Carabidae) в условиях горно-таёжного пояса Восточного Саяна // Известия РАН. Серия биологическая. — 2005. — № 1. — С. 536—46. — ISSN 0002-3329.