Igor Valentinovitsj Kopeykin
Quick Facts
Biography
Копейкин Игорь Валентинович (8 июль 1920 йыл — 7 декабрь 2002 йыл) — эскадрилья элемтәһе начальнигы — 1-се полкы гвардия бомбардировка авиация корпусы 5-се гвардия авиация бомбардировка дивизияһы 35-се гвардия авиация бомбардировка полкының (1944 йылдың 26 декабрендә 1-се Балтик буйы фронты 3-сө һауа армияһы 5-се гвардия авиация бомбардировка корпусы тип үҙгәртелә) һауа уҡсыһы-радисы. Советтар Союзы Геройы. Отставкалағы полковник.
Биографияһы
Игорь Валентинович Копейкин 1920 йылдың 8 июлендә, Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Аксенов ҡасабаһында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Урта белем ала.
1939 йылда Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
Көнбайыш, Сталинград, Дон, Төньяҡ-Кавказ, 3-сө Белоруссия, 1-се Балтик буйы фронттарында һуғыша. 180 хәрби осош яһай, шуларҙың 48 осошон эскадрилья командиры менән флагман уҡсы-радист булып яһай.
Копейкин Игорь Валентинович дошмандың ике (Messerschmitt Bf.109) Mе-109-ын, төркөмдә һауа һуғышында 8 истребителен бәреп төшөрә. 1941—1942 йылдарҙа, 35-се гвардия авиация бомбардировка полкы колоннаһы составында, Смоленск, Великие Луки, Ржев, Калинин һәм Сталинград ҡалалары өсөн һуғышта тәүлегенә 6-ға тиклем осош яһай. Докудово аэродромын бомбаға тотоуҙа ҡатнаша, уңышлы бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә дошмандың 23 самолёты юҡ ителә.
В. И. Копейкин 1946 йылда демобилизациялана. 1951 йылда ул Мәскәү дәүләт тимер юл транспорты инженерҙары институтын тамамлай.
1952 йылдан СССР дәүләт именлеге органдарында эшләй. 1983 йылдан полковник В. И. Копейкин — отставкала.
Герой-ҡала Мәскәүҙә йәшәй. 2002 йылдың 7 декабрендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән (участок 9а).
Батырлығы
«Эскадрилья элемтәһе начальнигы — 35-се гвардия авиаполктың (1-се Балтик буйы фронты 3-сө һауа армияһы 1-се гвардия бомбардировка авиакорпусы 5-се гвардия бомбардировка авиадивизияһы) һауа уҡсыһы-радисы Копейкин 180 хәрби осош яһай. 1944 йылдың октябрендә гвардия старшинаһы Игорь, илленән артыҡ тапҡыр һауа һуғышында ҡатнашып, дошмандың шәхсән ике һәм төркөмдә һигеҙ самолетын бәреп төшөрә».
1945 йылдың 23 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән, командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, гвардия старшинаһы Копейкин Игорь Валентиновичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5337) тапшырыла.
Наградалары
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (23.02.1945).
- Ленин ордены (23.02.1945).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.09.1943).
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (06.11.1941).
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (17.01.1943).
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (1944).
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1942).
- Башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 8/23, л. 5/199—204).
- ↑ 35-й гвардейский бомбардировочный авиационный Сталинградский полк
- ↑ Копейкин Игорь Валентинович.«Герои страны» сайты.
- ↑ Фотография надгробного памятника.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1288, л. 2, 36, 37).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 224, л. 18, 356).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1034, л. 1, 11, 12).
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7.