peoplepill id: ibragim-abdullin
IA
Russia
1 views today
1 views this week
Ibragim Abdullin
Russian poet

Ibragim Abdullin

The basics

Quick Facts

Intro
Russian poet
A.K.A.
Ibragim Akhmetovich Abdullin
Places
Gender
Male
Place of birth
Zirikly, Russia
Place of death
Ufa, Russia
Age
84 years
Education
Maxim Gorky Literature Institute
Awards
Honored Worker of Culture of the Russian Federation
 
Order of the Red Star
 
Order of the Patriotic War 1st class
 
Order of the Red Banner of Labour
 
Salavat Yulaev Award
 
The details (from wikipedia)

Biography

Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы (20 сентябрь 1920 йыл — 9 июль 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург. 1947 йылдан — КПСС, 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Ибраһим Әхмәт улы Абдуллин 1920 йылдың 20 сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Шаран районы Ерекле ауылында тыуған.

1938 йылда яҙыша башлай, 1939 йылда Өфө геологоразведка техникумын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы аҙаҡтарынаса армияла хеҙмәт итә. Сталинград фронтында ҡаты яралана. «Выстрел» офицерҙар әҙерләү юғары курсында уҡый. I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1966), миҙалдар менән бүләкләнгән.

1945—1952 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гаэетаһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләй, 1947 йылда — КПСС сафына, 1949 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына.

1957 йылда Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. 2005 йылдың 9 июлендә вафат була, Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән.

Әҙәби ижады

И. Абдулин ижадының төп өлкәһе — драматургия; ул өс тиҫтәләп ҙур күләмле пьесалар авторы. Уның «Девон фонтандары», «Вәғәҙә онотолмай», «Беҙ айырылышмабыҙ», «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Гөлмәрфуга», «Бажалар», «Урман ҡыҙы», «Ялҡынһыҙ яна йөрәк», «Йөрәк менән шаярмайҙар», «Утың һүнмәһен, улым», «Бер мөхәббәт яҙмышы», «Онотолған ант», «Ә ҡайындар һаман хәтерләй», «Их, Өфө ҡыҙҙары!..», «Тиле йәшлек», «Йыр булып ҡайтырмын», «Яратам, яратам…», «Күңелдәргә пәрҙә ҡормағыҙ», «Айһылыуҙың айлы кистәре», «Беҙ китергә килмәнек» һ. б. пьесалары китаптарҙа баҫылып сыҡты һәм театрҙарҙа ҡуйылды, һуңғы йылдарҙа драматург «Тоштар оҙон булмай» пьесаһын яҙҙы. Ул шулай уҡ «Хуш, Рим», «Тол ҡатындар иламай», «Ҡош юлынан барам» романдары, повестары, хикәйәләр һәм нәҫерҙәр авторы.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы
  2. (1985)Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында Ибраһим Абдуллин ҡәбере

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Ibragim Abdullin is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Ibragim Abdullin
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes