Haniya Farhi
Quick Facts
Biography
Хәниә Фәрхи (тулы исеме — Хәниә Фәрхислам ҡыҙы Биктаһирова, 30 май 1960 йыл — 27 июль 2017 йыл) — йырсы. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың һәм Татарстандың (2000) халыҡ артисы. Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2018).
Биографияһы
Биктаһирова (ҡыҙ фамилияһы Хәлидуллина) Хәниә Фәрхислам ҡыҙы 1960 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Үрге Сәләй ауылында тыуған. Сығышы менән танып башҡорттарынан. Архив мәғлүмәттәренә ярашлы, Хәниә Фәрхинең ата-бабалары Танып улусы Ҡайпан түбәһенең Бүлегарт-Ҡайпан ауылы аҫаба башҡорттарынан сыҡҡан. Уның шәжәрәһе артабанғыса: Сәхәб → Рәхимғол → Тәүәбил → Әһлетдин → Сәҙрислам → Әжмөхәммәд → Фәрхелислам → Хәниә.
Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә тыуған ауылында йөрәк өйәнәгенән вафат булды. Ҡазан ҡалаһында ерләнде.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2000)
- Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2018)
Хәтер
- Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсын үткәрелә. Уның тәүгеһе 30 майҙа буласаҡ.
- Тәтешле районы үҙәге Үрге Тәтешле ауылының яңы микрорайонындағы урамға Хәниә Фәрхи исеме биреләсәк.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Легендарная певица Хания Фархи посмертно стала лауреатом премии имени Ангама Атнабаева. , 2018, 26 февраля (рус.) (Тикшерелгән 26 февраль 2018)
- ↑ Ҡартатаһы Әжмөхәммәд 1917 йылғы йән иҫәбен алыу документында милләте башҡорт булыуын күрһәткән.
- ↑ Материалы к родословной Хании Фархи // История башкирских родов. Танып. Том 6. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, Ф. X. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова —Уфа:ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — Т. 6. — Б. 360—361. — 376 б. — ISBN 978-5-85051-629-1.
- ↑ Не стало народной артистки Башкортостана Хании Фархи. , 2017, 27 июль (рус.) (Тикшерелгән 27 июль 2017)
- ↑ Хания Фархи скончалась от сердечного приступа. , 2017, 27 июль (рус.) (Тикшерелгән 27 июль 2017)
- ↑ Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә төбәк-ара башҡарыусылар конкурсы үтә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 26 февраль (Тикшерелгән 26 февраль 2018)
- ↑ В память об Хание Фархи назовут одну из улиц в Верхних Татышлах. , 2017, 29 июль (рус.) (Тикшерелгән 30 июль 2017)
Һылтанмалар
- Хәния Фәрхи белән хушлашу. Камал театрыннан онлайн-трансляция
- Хәния Фәрхи: "Йөрисен йөрдем, яшисен яшәдем инде. Үлсәм дә үкенмим"
- Башҡортостанда тыуып үҫкән артистар — татар эстрадаһының иң популяр йырсылары иҫәбендә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 30 декабрь (Тикшерелгән 29 декабрь 2015)
- Эльмира Яковлева Хания Фархи: малоизвестные факты биографии. — 06.09.2000. — № 36 (202).
- Айсылу Кадырова Хания Фархи: Я не помню, как попала в больницу // Газета «Вечерняя Казань». — 26.03.2013.
- Фан-клуб Вконтакте