peoplepill id: gyulli-mubaryakova
Soviet actress
Gyulli Mubaryakova
The basics
Quick Facts
Intro
Soviet actress
A.K.A.
Gyulli Arslanovna Mubaryakova
is
Work field
Gender
Female
Place of birth
Ufa, Republic of Bashkortostan, Russia
Age
88 years
The details (from wikipedia)
Biography
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова (9 сентябрь 1936) — башҡорт театр актёры, СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, театр педагогы һәм режиссёр.
Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
- Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә театр актерҙары ғаиләһендә тыуған (атаһы — СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков (1908—1977), әсәһе — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағир һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә Янбулатова (1915—1977).
- Буласаҡ актрисаның бала сағы һәм үҫмер йылдары театрҙа үтә. Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе бигүк риза булмаһа ла, Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтына уҡырға инә. 1959 йылда институттың башҡорт студияһын (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы) уңышлы тамамлап ҡайтҡас, үҙенең ярты быуатҡа һуҙыласаҡ ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Театрҙың Әҙәби советы ағзаһы. 1991—1997 йылдарҙа баш режиссер була. Өфө сәнғәт институтының (2003—2015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы уҡытыусыһы, профессор. Бөгөнгө көндә театрҙа һәм уҡыу йортонда берҙән-бер СССР-ҙың халыҡ артисткаһы.
Ролдәре
- Вольтерҙың «Мөхәммәт» пьесаһында — Пальмира, Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһында — Любовь, Сыңғыҙ Айытматовтың «Әсә, Ер-Әсә» пьесаһында — Алиман, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс"ендә — Зөмрәт, Ғәҙел Ҡотойҙоң "Тапшырылмаған хаттар"ында — Ғәлиә.
- Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклендәге Хафаса роле Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланды.
- Мостай Кәримдең сәхнә әҫәрҙәрендә Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»), Гөлнәзирә («Салауат»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!»), Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт») ролдәрен уйнау ҙур тәжрибә мәктәбе булды.
- 1978 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмында Тәңкәбикә ролен уйнай.
Режиссер эштәре
- Илдар Юзеев. Һөйгәнемдең тыуған көнө. Комедия (1987).
- Ғәзим Шафиҡов. Һәҙиә. Публицистик очерк нигеҙендә драма-хроника (1991).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1975).
- Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976).
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1981).
- СССР-ҙың халыҡ артисты (1990).
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994).
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (1996).
- Салауат Юлаев ордены (2007).
- Почёт ордены (2012).
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре» орденының миҙалы.
- Рәсәй Федерация Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе.
- Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016)
Уның тураһында
- Аралбаева Л.В Уфе Народная артистка СССР Гюлли Мубарякова отметила свой юбилей. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 декабрь.
- Аҡбулатова Ф. СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова. «Сәхнәгә арналған ғүмер» циклынан. «Юлдаш» радиоһы эфирында яңғыраған тапшырыу. 2016, 14 октябрь.
- Аралбаева Л. Өфөлә Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәковаға мөхәббәтен белдерҙе. , 2016, 9 сентябрь.
- Романов В. Мастера искусств Башкортостана: Гюлли Мубарякова (К юбилею выдающейся актрисы). , 2016, 9 сентябрь.
- Аҡбулатова Ф. СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова. «Сәхнәгә арналған ғүмер» циклынан. «Юлдаш» радиоһы тапшырыуы. 2016, 20 июль
- Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады. Китап-альбом. Өфө. 2014. [1]
- Ежемесячный столичный журнал «Уфа» «Коренные уфимцы» Мубарякова Гюлли Арслановна (урыҫ.)
Өҫтәлмә мәғлүмәт
- Гөлли Мөбәрәкованың ире — Рафаэль Сафин, шағир һәм драматург, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Кино—театр.ru» порталы Мубарякова Гюлли Арслановна (урыҫ.)
- Администрация городского округа город Уфа Республики Башкортостан (официальный сайт) (урыҫ.)
- http://kulturarb.ru/people/?ELEMENT_ID=4014
- http://rampa-rb.ru/teatr/tragediynyie-roli-narodnoy-artistki-sssr-gyulli-mubaryakovoy/
- http://www.gorsovet-ufa.ru/pochet/mubaryakova.php
- http://ruskino.ru/art/4820
Һылтанмалар
The contents of this page are sourced from Wikipedia article.
The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Gyulli Mubaryakova is in following lists
By field of work
comments so far.
Comments
Gyulli Mubaryakova