peoplepill id: gumir-nagayev
GN
Russia
1 views today
1 views this week
Gumir Nagayev
Russian soldier

Gumir Nagayev

The basics

Quick Facts

Intro
Russian soldier
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Ilyachevo, Novozirgansky selsoviet, Khaybullinsky District, Russia
Place of death
Akyar, Akyarsky selsoviet, Khaybullinsky District, Russia
Age
89 years
Awards
Order of the Red Star
 
Order of the Patriotic War 1st class
 
Order of the Patriotic War 2nd class
 
Medal "For Battle Merit"
 
Medal "For the Victory over Germany in the Great Patriotic War 1941–1945"
 
Medal "For the Capture of Berlin"
 
Medal "For the Liberation of Warsaw"
 
The details (from wikipedia)

Biography

Нагаев Ғүмәр Ғибәт улы (15 июнь 1915 йыл — 17 август 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия старшинаһы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы эскадронында взвод командиры. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), (1945), 1-cе (1989) һәм 2-се (1985) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры

Биографияһы

Ғүмәр Ғибәт улы Нагаев 1915 йылдың 15 июнендә Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Турат (хәҙер Иләс) ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хәйбулла районы «Ҡыҙыл юл» колхозында тракторҙа эшләй.
1937 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Житомир өлкәһенең Овруч ҡалаһында артиллерист булып хеҙмәт итә.
1939 йылдың авгусында Алыҫ Көнсығышта япондарға ҡаршы Халхин-Гол өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Япон милитаристарын ҡыйратҡас, көҙ көнө хәрби хеҙмәттән ҡайта һәм тыуған колхозында эшләй башлай.
1941 йылдың аҙағында яңынан хеҙмәткә алына һәм Дим станцияһында ойошторолған кавалерия дивизияһына эләгә.Полигонда хәрби әҙерлек үткәндән һуң, 1942 йылдың мартында Воронеж өлкәһендә һуғышҡа инә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы эскадронында контрразведка взводының командиры булып хеҙмәт итә.
1943 йылдың ноябрендә яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң, Башҡорт кавалерия составында яу юлын дауам итә. Ауыр һуғыш операцияларында -Украина һәм Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Фашистик Германияны еңгәндән һуң, Иран менән Төркиә сиктәрендә хеҙмәт итә.

Батырлығы

Ғүмәр Ғәбит улы Ворошиловград өлкәһенең Чернухино станцияһы өсөн барған алыштарҙа ҡыйыулығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Дивизияның контрразведка бүлеге составында бандеровсыларға ҡаршы көрәшә.Уларҙың башлығы Романовты һәм уның 25 кешеһен ҡулға алыуҙа ҡатнаша. Ошо хәрби бурысты намыҫ менән үтәгәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуңғы яҙмышы

1945 йылда демоблизациялана, тыуған ауылына ҡайтып, тракторҙа эшләй башлай. Ике йылдан һуң, колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнә.
1960 йылдан «Аҡъяр» совхозының Юлбарыҫ бүлексәһендә етәксе булып эшләй. Аҙаҡ «Степной» колхозы рәйесе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға

Ғаиләһе

Өйләнгән.Өс ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп, уҡытып, тормош юлына аяҡ баҫтырған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), (1945)
  • 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1989), (1985)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
  • «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы ()

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Gumir Nagayev is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Gumir Nagayev
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes