Gleb Vassilievitch von Anrep
Quick Facts
Biography
Глеб Васильевич фон Анреп (Бөйөк Британия һәм Мысыр — ингл. Gleb Vassilievitch von Anrep; 1889—1955) — Рәсәй, һуңынан британия физиологы, академик Иван Павловтың уҡыусыһы. 1920 йылдан — эмиграцияла (тәүҙә Бөйөк Британия, һуңынан Мысырҙа). Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1928). Британия физиология йәмғиәте ағзаһы(1913), Э. Шарпей-Шефер премияһы лауреаты.
Юғары нервы эшмәкәрлеге физиологияһы өлкәһендәге бер нисә асыштың авторы; Глеб фон Анреп хөрмәтенә «эффект Анрепа».
Биографияһы
Глеб фон Анреп 1889 йылдың 10 сентябрендә Санкт-Петербургтың билдәле медик — физиологы, фармакологы һәм токсикологы — Василий Константинович фон Анреп(1852—1927), III Дәүләт думаһы ағзаһы(1907—1912), боронғо Анреп остзей дворяндары вәкиле ғаиләһендә тыуа. Әсәһе — Прасковья Михайловна фон Анреп, тыумыштан Зацепина (1857—1918). Глебтан тыш, был ғаиләлә уның бер туған ағаһы Борис Васильевич фон Анреп (1883—1969) тыуа, ул рәссам һәм шағир була, шулай уҡ Прасковья Михайловнаның тәүге никахынан Владимир һәм Эраст тигән улдары була. Борис һәм Глеб рус изгеләре Борис һәм Глеб хөрмәтенә аталған.
Глеб фон Анреп гимназияны тамамлағандан һуң, 1908 йылда Император Хәрби-медицина академияһына (ИВМ, хәҙер — С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы) уҡырға инә. Академик Павловтың (1896 йылда ул физиологияһы кафедраһы менән етәкселек итә) эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына һәм физиология буйынса шөғөлләнә. 1912 йылда Павловтың тикшеренеү лабораторияһында тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә башлай. 1913 йылда, институттың һуңғы курсында уҡығанда, бер нисә студент менән «хәрби министрҙың хәрби армия һалдаттары менән бер тигеҙ честь биреү тураһындағы бойороғона буйһонмағаны өсөн» институттан сығарыла, әммә шул уҡ йылда ул Император Юрьев университетын (хәҙер — Тарту университеты) тамамлап, медицина белеме алып сыға.
Беренсе донъя һуғышы башында Глеб фон Анреп мобилизациялана, ялан госпитале врачы булып эшләй, хәрби батырлығы өсөн Георгий тәреһенә лайыҡ була. 1916 йылда яраланғандан һуң, демобилизациялана һәм тағы шул уҡ йылдың март айынан академик Павлов етәкселегендә ғилми эш менән шөғөлләнеү өсөн Император Хәрби-медицина академияһының физиология кафедраһында эшләй башлай.
1918 йылда — Деникин армияһында , 1920 йылдан — Бөйөк Британияла эмиграцияла була. Күпмелер ваҡыт Лондон университеты колледжының ассистенты вазифаһында эшләй. Лондон университетында диссертация яҡлай һәм медицина докторы дәрәжәһен ала. 1926 йылдан алып — Кемблидж университетында доцент вазифаһын башҡара, физиология буйынса лекциялар уҡый. 1928 йылда Бөйөк Британия Лондон Король йәмғиәтенең алдынғы мөхбир ағзаһы итеп һайлана. .
Бөйөк Британияла йәшәгәндә ул академик Павлов менән тығыҙ мөнәсәбәттәрҙә була, 1920 йылда бер нисә тапҡыр уның менән хат алыша һәм Халыҡ-ара конгрестарҙа (атап әйткәндә, 1923 йылда Эдинбург, 1929 йылда Бостон һәм Нью-Хейвенда) осраша, Павловҡа телмәрҙәрен инглиз теленә тәржемә итергә ярҙам итә. Оксфордта 1927 йылда Павловтың «Лекции о работе больших полушарий головного мозга» китабы Глеб фон Анреп тәржемәһендә баҫылып сыға.
1931 йылда Анреп ғаиләһе менән бергә Мысырға күсә, бында Ҡаһирә университетының физиология кафедраһын етәкләй. Был вазифала ул ғүмеренең аҙағына тиклем тиерлек була. Ҡаһирәлә 1955 йылдың 9 ғинуарында йөрәк өйәнәгенән вафат була.
Фәнгә индергән өлөшө
Анреп юғары нервы эшмәкәрлеге физиологияһы өлкәһендә бер нисә асыш эшләй, шулар араһында — «статистик иррадиацияһы» күренеше һәм баш мейеһе ҡабығының ныҡ тормозланыу көсөргәнеше була. Бынан тыш, уашҡаҙан аҫты биҙен төрлө ярһыу процестарынан тергеҙеү процесстары өйрәнә, төкөрөк биҙе эшмәкәрлеген, йөрәк ритмына рефлектор йоғонто яһауҙы өйрәнә.
Мысырҙа анреп кардиология өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, шул иҫәптән, аденозин, нитрит һәм папавериндың кеше коронар артерияларына йоғонтоһон өйрәнә. Был осорҙа ул донъяла бер нисек тә дауалап булмаған йөрәк ишемия ауырыуын дауалауға күп эштәрен бағышлай.
Глеб фон Анреп хөрмәтенә «эффект Анрепа» тип аталған йөрәк эшмәкәрлегенең үҙенән-үҙе рәтләнеү механизмын аса, был асыш аортала ҡан баҫымы күтәрелеүе арҡаһында йөрәк тибешенең көсәйеүе һәм һөҙөмтәлә йөрәк тарафынан ҡан күләмен элеккесә сығарыуҙы аңлата. Был эффект тураһында 1912 йылда донъяла тәүге тапҡыр Анреп яҙып сыға.
Библиография
Юғары нервы эшмәкәрлеге, аш эшкәртеү һәм ҡан әйләнеше физиологияһы тураһындағы күп эштәрҙең авторы, шул иҫәптән:
- Part of On the the Played by the in the Vascular Body Reactions Suprarenals Normal // Journal of Physiol., 1912, vol. 45 (инг.)
- Нерв биҙеп ҡул поджелудочный // биология фәндәре Архив, 1917, та. XX
- Irradiation Reflexes of The Conditioned // Proc. Roy. Soc. Of London, 1923 (инг.)
- Index of Pregnancy its Clinical Blood and During Histaminolytic Application // J. Obst. a Gynaecol. Brit. Emp., 1947, vol. 54 (инг.)
- By the Histamine Liver Release of // J. Physiol., 1953, vol. 120 (инг.)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Gaddum, 1956, p. 19
- ↑ Голиков, 2011
- ↑ Энциклопедия Русской эмиграции
- ↑ Yentis, 1998
- ↑ Yentis, 1998, p. 211
Әҙәбиәт
- Голиков Ю. П. Анреп, Глеб Васильевич фон // Биология в Санкт-Петербурге : Энциклопедия : [арх. 7 ноябрь 2019] / Отв. ред. Э. И. Колчинский. — СПб. : Нестор-История, 2011. — С. 22. — 568 с. — ISBN 9785981876431. — ISBN 5981876433. — Ҡалып:OCLC.
Һылтанмалар
- Анреп Глеб Васильевич, фон : [арх. 07.11.2019] // Энциклопедия Русской эмиграции // Национальная историческая энциклопедия. — «Национальная энциклопедическая служба России». — Дата обращения: 07.11.2019.