Gaysina Marfuga Nureevna
Quick Facts
Biography
Мәрфуға Нури ҡыҙы Ғайсина (29 декабрь, 1911 йыл, хәҙерге Үҙрәкбаш ауылы, Благовар районы, Башҡортостан Республикаһы- 15 декабрь, 1984, Өфө), табип- психиатр. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957).
Биографияһы
Мәрфуға Нури ҡыҙы Ғайсина 1911 йылдың 29 декабрендә Өфө губернаһы, Үҙрәкбаш ауылында башҡорт крәҫтиәне Нури Ғайсин ғаиләһендә (хәҙерге Башҡортостандың Благовар районы Үҙрәкбаш ауылында) тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә алған. Урта мәктәпте Өфөлә тамамлай.
1936 йылда Мәскәүҙәге 1-се медицина институтын тамамлаған.
1937 йылдан Республика психиатрия дауаханаһында эш башлай.
1937 йылда ул ваҡытта Өфөлә, БДМИ-ла эшләгән билдәле профессор И. Ф. Случевскийҙың психиатрия буйынса тәүге клиник ординаторы була.
1937—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университетында) уҡыта .
1941—1945 йылдарҙа эвакогоспиталдә эшләй, бер үк ваҡытта, 1941 йылдан алып, Өфө хәрби пехота училищеһының санитария хеҙмәте начальнигы була.
Өфөләге психиатрия дауаханаһын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. И. Ф. Случевский етәкселегендә дауахана персоналы һәм сирлеләр йәйен урманда утын әҙерләй, яланда иген сәсә, йәшелсә үҫтерә. Дауаханала кейем-һалым ремонталау һәм тегеү оҫтаханаһы булдырыла, заводтар өсөн ваҡ деталдәр эшләү яйға һалына.
1953 йылда Мәрфуға Ғайсина психиатрия буйынса фән кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. И. Ф. Случевский менән бер рәттән Мәрфуға Ғайсинаны Башҡортостанда психиатрия хеҙмәтен ойоштороусы тип атайҙар.
1970 йылдан- БДМИ-ның психиатрия кафедраһы мөдире.
Ул эпилептология фәнни-тикшеренеү лабораторияһында әүҙем эшләй. Бер нисә йыл Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш психиатры була, республикала психиатрия дауаханалары булдырыу, психиатрия буйынса кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
1976 йылда Мәрфуға Ғайсина тәҡдиме буйынса Невропатолог һәм психиатрҙар йәмғиәтенең төбәк психотерпевттары секцияһы булдырыла. Ул һәр саҡ табиптарҙа табип этикаһы ҡағиҙәләренә нигеҙләнгән клиник фекерләүҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Башҡорт дәүләт медицина институты психиатрия кафедраһында был йылдарҙа психоздар этиопатогенезында соматоген һәм шәхси факторҙарҙы клиник патогенетик тикшереү төп фәнни йүнәлеш булып тора.
1969 йылда Мәрфуға Нури ҡыҙы Ғайсина : "Бөйөр патологияһының психик патологиялағы ҡайһы бер боҙолоуҙарҙағы роле " («Роль почечной патологии в возникновении некоторых расстройств психической патологии»)темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Профессор М. Н.Ғайсина лекциялары һәр ваҡыт юғары һәм практик кимәл менән айырылып тора. Ауырыуҙың клиник осраҡтарын тикшереүе бөтә нескәлектәрен иҫәпкә алып, тәрән анализға ҡорола.
Фәнни эшмәкәрлеге бөйөр сирҙәр, стафилоккок хроносепсисы, баш һөйәге-мейе йәрәхәттәре менән бәйле нервы һәм психика боҙолоуын тикшереүгә арнала.
150-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.
Мәрфуға Нури ҡыҙы Ғайсина 1984 йылдың 15 декабрендә Өфөлә вафат булған.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957).
- 1957 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
Хеҙмәттәре
Гайсина Марфуга Нуриевна // Журн. невропатологии и психиатрии. 1985. — Т. 85, вып. 8. — С. 1264.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ғайсина Мәрфуға Нури ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Магариф ГАТАУЛЛИН. О ПСИХИАТРИИ — ВСЕРЬЕЗ
- ↑ Случевские чтения
Һылтанмалар
- Ғайсина Мәрфуға Нури ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Магариф ГАТАУЛЛИН. О ПСИХИАТРИИ — ВСЕРЬЕЗ
- Случевские чтения