Galimjan Nafikov
Quick Facts
Biography
Нафиҡов Ғәлимйән Харис улы (6 декабрь 1938 йыл — 28 июль 2011 йыл) — төҙөүсе, 1958 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресында изолировщик, таҙартыу машинаһы машинисы, торба һалыу краны машинисы, 1964 йылдан бригадир, 1967—1979 йылдарҙа — прораб.Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
Биографияһы
Ғәлимйән Харис улы Нафиҡов 1938 йылдың 6 декабрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Ҡандракүл ауылында тыуған. Белеме — урта техник.
1954 йылда Ҡандракүл ауылындағы маши́на-тра́ктор ста́нцияһы (МТС) ҡарамағындағы тракторсылар курсын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1954 йылда Туймазы районының «Большевик» колхозында тракторсы булып башлай.
1956 йылдың майында эшенән китә, «Куйбышев-Пенза-Һарытау» нефть үткәргестәр төҙөлөшөнә таҙартҡыс машинаға механизатор булып эшкә инә. 1958 йылда Нафиҡовты Куйбышев ҡалаһының «Востокнефтепроводстрой» тресы 1-се төҙөлөш идаралығынан Салауат ҡалаһындағы «Востокнефтепроводстрой» тресы 2-се төҙөлөш идаралығына «Шкапово-Ишембай-Магнитогорск» газ үткәргес төҙөлөшөнә изоляциялау машинаһы машинисы итеп командировкаға ебәрелә. Һуңынан ««Востокнефтепроводстрой»» тресының 7-се төҙөлөш идаралығында машинист-торба һалыусы, изоляциялау торба һалыу колоннаһы бригадиры, нефть-газ үткәргес төҙөү буйынса мастер, 1963 йылдан — механизацияланған изоляциялау торба һалыу колоннаһы бригадиры.
Треста 17 йыл эшләү дәүерендә Шкапово — Ишембай — Магнитогорск, Бохара — Урал, Урта Азия — Үҙәк, Ухта — Торжок газ үткәргестәрен, Ҡалтасы — Саҡмағош, Языково — Ишембай, Ҡалтасы — Өфө нефть үткәргестәрен төҙөү эшендә ҡатнаша.
Урта Азияның, Төньяҡтың, Себерҙең, Уралдың ауыр тәбиғәт һәм климат шарттарында Ғәлимйән Харис улы Нафиҡов был шарттарға тап килгән төҙөү алымдары таба. 1 000 километрҙан ашыу ҡорос магистраль торба үткәргес төҙөлөшөндә фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Самотлор — Усть-Балык — Ҡурған — Өфө — Әлмәт үтә ҡеүәтле нефть үткәргес төҙөүгә ҙур өлөш индерә. .
Технологиялар ағымы коллективын ер, монтаж-йәбештереү һәм изоляциялау-һалыу эштәрен ваҡытынан алда тамамлауға мобилизациялай. Ғ. X. Нафиҡовтың технологиялар ағымы коллективы төҙөгән, һаҙлыҡлы тайга участкалары аша үткән 40 километр трасса, эш сифатын «яҡшы» тип ҡуйған баһа менән, билдәләнгән сроктан 2 ай элек файҙаланыуға тапшырыла. Хеҙмәтте ойоштороуҙың алдынғы ысулдарын ҡулланып, Ғ. X. Нафиҡов механизацияланған колоннаһында иң юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә. Уртаса эш нормаһын үтәү 167 процент тәшкил итә. Коллектив бер нисә тапҡыр социалистик ярышта еңеп сыға.
Йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашып, шуларҙың 30-ына изоляциялаусы һөнәрен үҙләштерергә ярҙам итә, 12 йәш эшсене торба һалыусы кран менән идара итергә өйрәтә.
Самотлор- Усть-Балык — Ҡурған — Өфө — Әлмәт нефть үткәргесе төҙөлгән ваҡытта ҙур етештереү уңыштарына өлгәшкән өсөн, 1973 йылдың 5 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Нафиҡов Ғәлимйән Харис улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1976 йылдан алып Өфө «Нефтепроводмонтаж» тресының 2-се һанлы төҙөлөш-монтаж идаралығы мастеры, 1987 йылдан начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
1985 йылда Ғәлимйән Харис улы Өфө ҡалаһындағы төҙөлөш техникумын тамамлай.
1989 йылда нефть үткәргес торбалар төҙөү тресының КМСУ-3 идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1996 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем шунда эшләй.
Ғәлимйән Харис улы Нафиҡов Өфө ҡалаһында йәшәй. 2011 йылдың 28 июлендә вафат була.
Наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973)
- Ленин (1964, 1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән
Әҫәрҙәре
- Мои магистрали : [Рассказ зам. начальника строит.- монтаж. управления N 2 треста "Востокнефтепроводмонтаж"] / Г. Х. Нафиков ; [Лит. запись В. М. Мустафина, В. Б. Иванова], 80 с. ил. 16 см., Уфа Башк. кн. изд-во 1980
Әҙәбиәт
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Өфө : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башҡорт энциклопедияһы. Баш мөхәррире Илһамов М. А. т. 4 Л-О 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; фәнни. нәшриәт Башҡорт энциклопедияһы, Өфө ҡалаһы.