Farzana Akbulatova
Quick Facts
Biography
Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1 февраль 1960 йыл) — яҙыусы, журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995) союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
Биографияһы
Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы) Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.
Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә белем ала. Артабан Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый. 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә ҡайта. 1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Ижад» берекмәһенә эшкә саҡырыла. Әлеге мәлдә «Юлдаш» радиоһында мөхәррир һәм «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Әҙип һәм заман» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыусы.
Ижады
Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге», «Зәңгәр ҡаялар» исемле һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. Тәүгеһендә хикәйәләр тупланған булһа, әҙиптең икенсе йыйынтығында «Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш», «Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге» тигән фантастик повестары һәм яңы хикәйәләре урын алған. «Атай икмәге» китабы өсөн уға 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы бирелде.
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулатованың ижад кисәһе була.
Китаптары
- Атай икмәге: Хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1993. — 144 бит.
- Зәңгәр ҡаялар: Фантастик повесть-ҡисса, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1997. — 272 бит.
- Я слушала тишину — Өфө, Китап, 1999. —бит.
- Уның исеме — Мөхәббәт: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2007. —бит.
- Иң тәмле китап: Әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2010. —бит.
- Детский роман «Харис и волшебная змея». — Өфө, Китап, . —бит.
- Неоконченная книга: Роман. — Өфө, Китап, 2011. —бит.
- Загнанные кони: Роман. — Өфө, Китап, 2015. —бит.
Уның тураһында
- Кейекбаева Т. Рухи ҡиблабыҙ бар! «Башҡортостан» гәзите, 2016, 5 ғинуар. (Тикшерелгән 6 ғинуар 2016)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (1995)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 22 декабрь 2016)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте, 2011 йыл. — ISBN 978-5-295-05271-2
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
- башҡорт телендәге әҫәрҙәре
- Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.