peoplepill id: farid-yergaliyev
FY
Russia
1 views today
4 views this week
Farid Yergaliyev
Russian painter

Farid Yergaliyev

The basics

Quick Facts

Intro
Russian painter
A.K.A.
Farid Rashitovich Yergaliyev
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Sibay, Sibay Urban Okrug, Republic of Bashkortostan, Russia
Age
72 years
The details (from wikipedia)

Biography

Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы (16 июль 1952 йыл) — рәссам, 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).

Биографияһы

Фәрит Рәшит улы Йәрғәлиев 1952 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында тыуған.

Һынлы сәнғәткә Новосибирскиҙа Халыҡ рәсем студияһында (1978—1984), Новосибирск художество училищеһының сәнәғәт графикаһы бүлегендә (1984—1988; педагогтары А. С. Чернобровцев, В. М. Гранкин) уҡый.

1970—1988 йылдарҙа Новосибирскиҙа художество оҫтаханаһында йәшәй һәм эшләй, 1988−2002 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинатында эшләй. Станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика техникаһында эшләй.

«Һары бейә» художество төркөмө (1990—1993), 2002 йылдан алып «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Силәбе сәнғәт музейында, Новосибирск картиналар галереяһында, Мари Иле Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Йошкар-Ола), Калиниград өлкә картиналар галереяһында, «Янғантау» картиналар галереяһында (Башҡортостан Республикаһының Салауат районы, «Янғантау» шифаханаһы), «Сити-Арт» галереяһында (Нью-Йорк, АҠШ), «Инвит» галереяһында (Төньяҡ Уэльс) һәм «Маджасс-Рифей» галереяһында (Лондон; икеһе лә — Бөйөк Британия), Түбәнге Саксония фән һәм мәҙәниәт министрлығы галереяһы (Һанновер, Германия), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Австрия, Әзербайжан, Бөйөк Британия, Германия, Һиндостан, АҠШ, Төркиә, Үзбәкстан, Швейцария, Япония) шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Эштәре

«Мәңгелек тураһында уйҙар» (1990), «Ҡыпсаҡ тамғалары» (1995), «Йыһан тураһында» (2002); «Салауатҡа бағышлама» (1991), «Сибай» (1991-1992).

«Минең ҡыпсаҡтар» график сериялары (1993).

«Өләсәйем иҫтәлегенә арнайым» (1997), «Джаз-лирика» (1999), «Минең тормошомдан бер йыл» (2002) картиналары.

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре

Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы 1980 йылдан алып республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара, график, зона, төбәк, сит ил һәм төркөм менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1992, 1995, 1997, 1999, 2000, 2002, 2009), Силәбелә (1992, 2011—2012), Башҡортостан Республикаһының Салауат районында (2000) үтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
  • Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуының 110-йыллығына арналған республика күргәҙмә-конкурсы премияһы лауреаты, (I премия, 1996, Өфө).

Өҫтәмә мәғлүмәт

  • Бер туған ҡустыһы Йәрғәлиев Хәмит Рәшит улы 1953 йылдың 3 июлендә тыуған.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Farid Yergaliyev is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Farid Yergaliyev
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes