peoplepill id: dmitriy-ilitsj-petrov-birjuk
DIP
Russia
1 views today
1 views this week
Dmitriy Ilitsj Petrov-Birjuk
schrijver uit Sovjet-Unie (1900-1977)

Dmitriy Ilitsj Petrov-Birjuk

The basics

Quick Facts

Intro
schrijver uit Sovjet-Unie (1900-1977)
Places
Work field
Gender
Male
Place of death
Moscow
Age
76 years
The details (from wikipedia)

Biography

Дмитрий Ильич Петров (Бирюк) (1900—1977) — рус совет яҙыусыһы.

Биографияһы

Дмитрий Ильич Петров (Бирюк) Дон Ғәскәрҙәре өлкәһенең Хопер округы Аннинская станицаһында казактар ғаиләһендә тыуған, унда бала сағы һәм үҫмерлек осоро үтә. Филоновская, Михайловская станицалары, Лысогорский, Урюпинск утарҙары — яҙыусының тыуған урындары, был урындарҙа ул күп тапҡыр була һәм үҙенең әҫәрҙәрен ижад итә. Тап бында буласаҡ яҙыусы казак йырҙарына, тапҡыр һүҙҙәргә ғашиҡ була, станицала йәшәүселәрҙең үткер аҡылын һәм юморын аңларға һәм баһаларға өйрәнә.

Уның бала сағы етемлектә үтә һәм әсе була. Әсәһе уға 7 йәш булғанда үлә. Атаһы, изге күңелле, әммә йомшаҡ характерлы, улын тәрбиәләү менән аҙ шөғөлләнә. Уҡыуға әсәйе һөйөү уята. Ул ете йәшендә үҙ аллы уҡый һәм яҙа. Мәктәптә һуң уҡый башлай, шуға күрә станицаның биш йыл уҡытыуға иҫәпләнгән ике класслы училищеһын 1915 йылда ғына тамамлай. Китаптар үҫмерҙең төп мауыҡтырған нәмәһе була. Пушкиндың әкиәттәре, Гоголдең һәм Лев Толстойҙың хикәйәләре һәм повестары уның аңында юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Уның тәүге уҡыған әҫәрҙәре араһында Майн Рид һәм Фенимор Купер романдары була.

Граждандар һуғышында ҡатнаша. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡый. Яҙыусы булараҡ үҙе тураһында тәүге тапҡыр 1925 йылда, яңы ауыл тураһында очерктар менән белдерә. Тәүҙә фамилияһы Бирюков булған әсәһе яғынан олатаһы хөрмәтенә Бирюк псевдонимы аҫтында баҫтырыла. Һуңынан Петров (Бирюк) тип ҡул ҡуя башлай.

1932 йылда Дондағы Ростовта төпләнә, унда оҙаҡ ваҡыт китап нәшриәте мөхәррире булып эшләй. «Казактар тураһында хикәйәт» трилогияһы, «Ҡырағай ялан», «Кондрат Булавин», «Дон далалары улдары», «Ағалы-ҡустылы Грузиновтар», «Иван Турчанинов», «Көньяҡ ут эсендә», «Тыуған ил алдында» кеүек әҫәрҙәр ижад итә.

Ижады

  • Хоперҙа (1934) — роман.
  • Казактар тураһында хикәйәт (км. 1-3, 1935—1951) — трилогия.
  • Ҡырағай ялан (Кондрат Булавин, 1945) — тарихи роман.
  • Дон далалары улдары (1953) — тарихи роман.
  • Көньяҡ ут эсендә (1957); Тыуған ил алдында (1963) — Граждандар һуғышы тураһында дилогия.
  • Дала рыцарҙары (1964) — тарихи роман.
  • Ағалы-ҡустылы Грузиновтар (1969) — тарихи роман.

Хәтер

2011 йылда Староаннинская ауыл китапханаһына Дмитрий Ильич Петров (Бирюк) исеме бирелә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Петров-Бирюк йорто

Иҫкәрмәләр

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Dmitriy Ilitsj Petrov-Birjuk is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Dmitriy Ilitsj Petrov-Birjuk
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes