peoplepill id: bariy-galeevitsj-iljasov
BGI
Russia
1 views today
1 views this week
Bariy Galeevitsj Iljasov
científicu rusu

Bariy Galeevitsj Iljasov

The basics

Quick Facts

Intro
científicu rusu
Places
Work field
Gender
Male
Age
85 years
The details (from wikipedia)

Biography

Ильясов Барый Ғәли улы (13 июнь 1939 йыл) — ғалим-инженер-электромеханик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), техник фәндәре докторы (1983), профессор (1985), Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡортостан Республикаһының (1990) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980).

Биографияһы

Ғәли Барый улы Ильясов 1939 йылдың 13 июнендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһында тыуған.

1962 йылда Мәскәү авиация институтын тамамлағас, 1967 йылғаса Өфөләге «Союз» машиналар эшләү конструкторҙар бюроһында эшләй.

1967—1971 йылдарҙа аспирантурала уҡый. 1971 йылдан Өфө авиация институтында уҡыта, 1980 йылдан кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1988 йылдан — факультет деканы, 1989—1991 йылдарҙа ғилми эштәр буйынса проректор.

1992 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Механика институты лабораторияһы мөдире.

Барый Ғәли улы 16 доктор һәм 51 фән кандидаты әҙерләгән. Докторлыҡ советы рәйесе (1991—2014).

Хеҙмәттәре

Ильясов Барый Ғәли улы — 570 самаһы хеҙмәт, шул иҫәптән 28 монография, СССР-ҙың 132 авторлыҡ таныҡлығы һәм Рәсәйҙең 3 патенты авторҙашы, шул иҫәптән:

  • Проектирование систем автоматического управления ГТД. Нормальные и нештатные режимы. — М.: Машиностроение, 1981;
  • Управление гибким автоматизированным производством. — Уфа: Башкнигоиздат, 1988;
  • Оптимизация многомерных систем автоматического управления ГТД ЛА. — М.:
  • Машиностроение, 1989; Адаптивные системы автоматического управления ГТД ЛА. — М.: МАИ, 1994.
  • Проблемы управления сложными динамическими объектами в критических ситуациях на основе знаний. М.: Машиностроение, 2003 (соавтор).
  • Advanced multivariable control systems of aeroengines (Современные многосвязные системы управления авиационными двигателями). China: BHAA Publish House, Beijing, 2005 (соавтор).
  • Интеллектуальные системы управления и контроля газотурбинных двигателей / Под ред. академика С. Н. Васильева М.: Машиностроение, 2008 (соавтор).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980).
  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1990).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994).
  • 1973 йылдың 20 авгусында тормошҡа ашырылған уйлап табыуы өсөн «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе тапшырыла.
  • Космонавтика федерацияһы миҙалдары: академик С. П. Королев (1991), Ю. А. Гагарин (1995).
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Р. Р. Мәүлетов исемендәге премияһы лауреаты (2005).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Bariy Galeevitsj Iljasov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Bariy Galeevitsj Iljasov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes