Arkadij Zinov
Quick Facts
Biography
Зинов Аркадий Владимирович (27 февраль 1976 йыл) — балет артисы, мәҙәниәт һәм дәүләт эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Красноярск крайының мәҙәниәт министры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2011), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы.
Биографияһы
Аркадий Владимирович Зинов 1976 йылдың 27 февралендә Өфөлә тыуған.
1994 йылда Өфө хореография училищеһын педагог Шамил Тереғолов класы буйынса тамамлай һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына ҡабул ителә. 2003 йылдан башлап Красноярск опера һәм балет театрында эшләй. Англия, Ҡытай, АҠШ буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
2007 йылда А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһын тамамлап, «Хореография режиссураһы» һөнәре буйынса юғары белем ала.
2009 йылдан Красноярск хореография колледжының художество етәксеһе, артабан — директоры. 2018 йылдың октябрендә Аркадий Зинов Красноярск крайының мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнде.
Репертуарында
- 1991, дебют — Пастушок, «Щелкунчик» П. И. Чайковский
- Щелкунчик-принц, «Щелкунчик» П. И. Чайковский
- Дезире принц, «Һылыуҡай» П. И. Чайковский
- Майнц принц, «Аҡҡош күле» П. И. Чайковский
- граф Альберт, «Жизель», А. Адана
- Хужа, «Хужа Насретдин» Л. З. Исмәғилева
- Йомағол, «Сыңрау торна», З. Ғ. Исмәғилев, Л. Б. Степанов
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 1997 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
- 2000 — «Арабеск» балет артистарының халыҡ-ара конкурстар лауреаты (Пермь)
- 2002 — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
- 2011 — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Известный артист балета из Башкирии стал министром культуры Красноярского края. ИА «Башинформ», 23 октября 2018 года (рус.) (Тикшерелгән 23 октябрь 2018)
Һылтанмалар
- http://www.ballet-krsk.ru/about/leaders/94/
- http://www.krasrab.com/archive/2014/01/21/01/view_article
- http://wiki
- 02.ru/encyclopedia/Zinov_Arkadiy_Vladimirovich/t/5347