peoplepill id: alsoe-ismagilovna-bachtieva
AIB
Russia
1 views today
1 views this week
Alsoe Ismagilovna Bachtieva

Alsoe Ismagilovna Bachtieva

The basics

Quick Facts

The details (from wikipedia)

Biography

Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы (26 июль 1970 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004).

Биографияһы

Алһыу Исмәғил ҡыҙы Бәхтиева 1970 йылдың 26 июлендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған. 8-се класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә.

1989 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына инә. Ошо уҡ ваҡытта «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә үҙенең вокаль карьераһын башлай. 1993 йылда институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ебәрелә. Бында Алһыу Бәхтиева бик матур, сағыу образдар тыуҙыра, халыҡ уны бигерәк тә йыраусы актриса булараҡ бик йылы ҡабул итә. Сибай театрында уйнаған ролдәренән: Әсифә (Исҡужин Бүребай Мәхмүт улы|Б. Исҡужин, «Һуңғы Аҡсарлаҡ»,) Сәжидә (К. Тинчурин, «Ҡазан таҫтамалы»), Наза (Б. Бикбай, З. Исмәғилев «Ҡоҙаса»), Гөлсәриә (Г. Әхмәтҡужина, «Абыстай»), Дилара (Ф. Бүләков, «Ҡыҙҙар ни өсөн илай»), Сәйҙә (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Шарлотта (Мольер, «Дон Жуан»), Гөлзифа әбей (Р. Кинйәбаев, «Их, Байтимер дуҫ»), Аҡ тауыҡ (Г.Юнусова, «Осоп булмай ҡанатһыҙ»).

2000 йылда һәләтле актриса Башҡортостандың баш ҡалаһына күсә һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай.

Алһыу Бәхтиева республика халҡына йырсы булараҡ киң билдәле.

Академия театрындағы ролдәре

  • «Мөхәббәт ҡарағы» (Ф. Бүләков) — Йәмилә
  • «Нәркәс» (И. Йомағолов) — Тимерхандың әсәһе, ырымсылыр
  • «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» (Н. Асанбаев) — Бүләкбикә, Фәдимә
  • «Шәүрәкәй» (М. Буранғолов) — Сабира, сәсән ҡыҙ
  • «Ҡоҙаса» (Б. Бикбай, З. Исмәғилев) — Шәмсиә
  • «Урал Батыр» эпосы — Алһыу
  • «Эй, кешеләр, һөйкөмлө кешеләр» (В. Шукшин) — һатыусы, Максимдың ҡатыны
  • «Оҙон-оҙон баласаҡ» (М. Кәрим) — Ниса
  • «Салауат» (М. Кәрим) — Мария һәм Әкиәттәрҙә
  • «Башмағым»(Х. Ибраһимов) — Маһруй

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004)

Иҫкәрмәләр

  1. ӘЙТКӘНДӘРЕМ КИЛӘ АЛДЫМА
  2. Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.

Әҙәбиәт

  • Баймакская Энциклопедия / гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Башк.энцикл., 2013. — 640 с.: ил., карты, ноты.

Һылтанмалар

  • ӘЙТКӘНДӘРЕМ КИЛӘ АЛДЫМА
  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.

Видеояҙмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Alsoe Ismagilovna Bachtieva is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Alsoe Ismagilovna Bachtieva
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes