Aleksey Filippovitsj Polak
Quick Facts
Biography
Полак Алексей Филиппович (4 июнь 1911 йыл — 31 июль 1990 йыл) — инженер‑төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984). РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Алексей Филиппович Полак 1911 йылдың 4 июнендә Рәсәй империяһының Тифлис ҡалаһында тыуған. 1934 йылда Вена политехник институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
- 1935—1937 — Брянск цемент заводы төҙөлөшөндә инженер;
- 1941—1947 — Ишембай нефть промыслаларында;
- 1947—1956 — «Башнефтезаводстрой» тресы;
- 1956—1980 — Башҡорт төҙөлөш ғилми-тикшеренеү институты директоры (Өфө);
- 1971—1990 йылдарҙа — Өфө нефть институты профессоры, «Төҙөлөш конструкциялары» кафедраһы мөдире.
Бәйләүес материалдар, бетон һәм тимер‑бетон коррозияһы проблемалары өлкәһендәге белгес. Уның етәкселеге аҫтында Башҡорт төҙөлөш ғилми-тикшеренеү институты (БашНИИстрой) свай өҫтөнә фундамент төҙөү өлкәһендә илдә алдынғылыҡҡа сыға. Свай ҡатыу техникаһы (С-878, СП-49, КО-8, КО-16 агрегаттары); тупраҡты, ҡоролмалар аҫтында тупраҡ нигеҙҙең күтәрә алыу һәләтен иҫәпләү өсөн алдан тикшереп ҡарау техникаһы; элгәре-көсөргәнешле тимер конструкциялар; яңы төҙөлөш технологиялары, төҙөлөштө ойоштороу һәм идара итеү ысулдары эшләнә һәм производствоға индерелә. Төҙөлөш материалдарын етештереүҙә күп тонналы сәнәғәт ҡалдыҡтарын файҙаланыу, төҙөлөш конструкцияларын коррозиянан һаҡлау ысулдары буйынса асыштар яһалған.
Фальсификацияланған ғәйепләү буйынса 1937—1939 йылдарҙа төрмәлә була. 1990 йылдың 31 июлендә, 79 йәшендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында вафат була.
Алексей Филипповичтың уҡыусылары араһында — Валерий Марказович Латыпов.
Полак Алексей Филиппович 250-нән ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы, 17 уйлап табыуға таныҡлыҡ эйәһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984),
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1980),
- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1974),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966),
- миҙалдар.
Әҙәбиәт
Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др.]. — Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. — 695 с. — С. 437.