peoplepill id: aleksandr-ignatevitsj-koeznetsov
AIK
Russia
1 views today
1 views this week
Aleksandr Ignatevitsj Koeznetsov
Soviet writer (1915-1991)

Aleksandr Ignatevitsj Koeznetsov

The basics

Quick Facts

Intro
Soviet writer (1915-1991)
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Ufa, Russia
Place of death
Ufa, Russia
Age
75 years
The details (from wikipedia)

Biography

Кузнецов Александр Игнатьевич (15 август 1915 йыл — 11 февраль 1991 йыл) — уҡытыусы, партия органдары хеҙмәткәре, яҙыусы. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан КПСС ағзаһы.

Биографияһы

Александр Игнатьевич Кузнецов 1915 йылдың 15 авгусында Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Атаһы фронтта һәләк булғандан һуң, Кузнецовтар ғаиләһе әсәһенең тыуған иленә — Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылына күсеп килә.

Саша 14 йәшендә улус комсомол комитеты секретары була. Төҙөлөш техникумында уҡый, уны тамамлағандан һуң урман хужалығында эшләй. 1937 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында — һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Артабан Хабаровскиҙа хәрби-сәйәси мәктәптә уҡый.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында рота политругы, батальон командиры урынбаҫары була. Курск дуғаһында һуғыша, Днепрҙы һуғышып аша сығыуҙа, Киевты азат итеүҙә ҡатнаша, дошман тылында махсус задание башҡара. Өс тапҡыр яралана. Польша биләмәһендә өсөнсө тапҡыр ауыр яраланғандан һуң демобилизациялана.

Һуғышынан һуң Александр Игнатьевич БАССР-ҙың Благовещен районында мәктәп директоры булып эшләй. 1948 йылдан алып — ВКП(б)-ның район комитетында пропаганда бүлеге мөдире; 1950—1979 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 6-сы һанлы профессиональ-техник училищеһында уҡытыусы булып эшләй.

Кузнецов Александр Игнатьевич хеҙмәт эшмәкәрлеген әҙәби эш менән бергә алып бара. Уның күп кенә әҫәрҙәренең темаһы — ауылда совет власының нығыныуы, коллективлаштырыу, һуғыш. Ул үҙенең әҫәрҙәрен «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы», «Киске Өфө» гәзиттәрендә баҫтыра. Хәрби тематикалы хикәйәләре «Йәш гвардия» нәшриәтендә, «Подвиг» альманахында баҫылып сыға

Әҫәрҙәре

  • Роман-дилогия «Отчего хлеб сладок» (кн. 2., 1974—1982)
  • Повесть «Протальник» (1984)
  • Хикәйәләр һәм повестары «Иду к друзьям» (1979)
  • «Судьбой единой» (1987)
  • Кузнецов, А. И. Отчего хлеб сладок: Роман — дилогия. Кн. 1. Трудные рассветы [Текст] / Александр Кузнецов. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1989. — 400 с.
  • Кузнецов, А. И. Отчего хлеб сладок: Роман — дилогия. Кн. 2. Земли хозяева [Текст] / Александр Кузнецов. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1990. — 431 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1944).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 4 март 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелгән 4 март 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелгән 4 март 2018)
The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Aleksandr Ignatevitsj Koeznetsov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Aleksandr Ignatevitsj Koeznetsov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes