Aleksandr Garbuz
Quick Facts
Biography
Гарбуз Александр Викторович (20 май 1947 йыл) — ғалим, университет уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент. Совет һәм Рәсәй сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәтселек белгесе. Рус авангардын һәм Хлебников ижадын төплө өйрәнеүсе.
Биография
Александр Гарбуз 1947 йылдың 20 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
Өфө сәнғәт училищеһы|ның оркестр класын һәм Башҡорт дәүләт университеты|ның «Рус теле һәм әҙәбиәте» факультетын тамамлаған.
1971 йылдың 19 мартында 190 статья буйынса ғәйепләнә һәм бер йылға ҡулға алына (СССР дәүләт һәм ижтимағи ҡоролошона яла яғыу, яманлау,) 7 сентябрь 1992 йылда аҡлана.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: урыҫ авангарды һәм халыҡ мәҙәниәте, сәнғәттең үҙ-ара эш төрҙәре, ижади психология.
Көнсығыш университетының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек кафедраһы доценты, Башҡорт дәүләт аграр университеты|ның культурология һәм тарих кафедраһы доценты.
Культурология, донъя мәҙәниәте тарихы, икенсел модель семиотик системаһы, шәхес-ара аралашыу һәм коммуникациялар, риторика, дөйөм психология курстары буйынса лекциялар алып барыусы.
2009 йылдан алып ай һайын «Рампа. Башҡортостан Мәҙәниәте» журналының «Донъя мәҙәниәте телдәре» рубрикаһын даими алып барыусы.
«Авангард сәнғәте: донъяуи аралашыу теле» тип исемләнгән беренсе халыҡ- ара конференцияны (1993, Өфө) ойоштороусылар (Альмира Янбухтина менән берлектә)
Немец телен белә.
Өфөлә йәшәй.
Ижади һәм йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыу
- ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы (1995)
- Сәнғәт белгестәре ассоциацияһы (АИС) ағзаһы
Библиографик белешмә
- В. В. Хлебников. А. Н. Афанасьева (мәҡәлә). — РСФСР халыҡтары фольклоры. Межвуз. фәнни. йыйынтыҡ — Өфө: БДУ,1984. — 124—132 биттәр;
- В. Хлебниковтың мифик ижадында ҡояш символикаһы(мәҡәлә). — РСФСР халыҡтары фольклоры. Межвуз. фәнни.йыйынтыҡ — Өфө: БДУ,1986. — 121—130 биттәр;