Akulina Chernykh
Quick Facts
Biography
Черных Акулина Михайловна (29 сентябрь 1904 йыл — 13 октябрь 1988 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, «Яңы рельстарға» колхозының звено башлығы. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы (1946—1950), РСФСР-ҙың 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1951—1959). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Биографияһы
Акулина Михайловна Черных 1904 йылдың 29 сентябрендә Воронеж губернаһы Воронеж өйәҙенең Түбәнге Катуховка (бөгөн Воронеж өлкәһенең Новоусманский районы) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1930 йылда «Яңы рельстарға» колхозына эшкә урынлаша. Башта ябай колхозсы булып эшләй, һуңыраҡ сөгөлдөр үҫтереүселәрҙең звеноһына звено башлығы итеп тәғәйенләнә. Һуңғараҡ 1959 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем «Рәсәй» колхозында эшләй.
1947 йылда Акулина Черных етәкселегендәге сөгөлдөр үҫтереүселәр звеноһы 2 гектар майҙанда 707,5 центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып тапшыра. Был фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Акулина Матвеевна 1948 йылда «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була.
Бөтә Союз ВДНХ күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1959 йылда пенсияға сыға һәм Воронеж өлкәһе Панино ҡасабаһында йәшәй. 1988 йылдың 30 октябрендә вафат була һәм Панино ҡасаба зыяратында ерләнә.
Хәтер
- Панино ҡасабаһында Геройҙар Аллеяһына Акулина Черныхтың бюсы ҡуйыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы — СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 18 ғинуарындағы Указы;
- Ленин ордены (1948);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- ВДНХ-ның ҙур алтын миҙалы (1955).
Әҙәбиәт
- Воронежская энциклопедия, Воронеж, 2008
- Лыкова Э. С., Золотые звёзды земли Воронежской, Воронеж, 1989.
- И. Штейман, Акулина Михайловна Черных, Воронеж, 1948.
Һылтанмалар
- Черных Акулина Михайловна.«Герои страны» сайты.