Akhmetvali Saptar'yanov
Quick Facts
Biography
Саптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улы (рус. Саптарьянов Ахметвали Газизьянович (1915 — ?)) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.
Биографияһы
1915 йылда, хәҙерге административ бүленеш буйынса, Хәйбулла районы Аҡназар ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылдың июнендә Хәйбулла районы военкоматы тарафынан Ҡыҙыл Армия сафратына саҡырыла. Һуғыш ваҡытында 16-сы Гвардия кавалерия дивизияһының «Смерш» дивизионының конрразведка взводында хеҙмәт итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында арестанттарҙы һәм тотолғандарҙы һаҡлау һәм конвоирлау хеҙмәтен башҡара. 1945 йылда демобилизациялана.
Саптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улы 1975 йылдың 8 майында вафат була (ветерандың ейәне Айгөл Саттарова Бәйләнештә социаль селтәрендәге пост).
Наградалары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)