Akhmet Yakupov
Quick Facts
Biography
Яҡупов Әхмәт Ширәй улы (рус. Якупов Ахмед Ширеевич (Ширсевич, Шарнеевич)) ((1901 ― 28.2.1945) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты (башҡа мәғлүмәттәр буйынса гвардия старшинаһы.
Биографияһы
Яҡупов Әхмәт Ширәй улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ғафури районы Имәндәш ауылында тыуа. «Салауат» колхозында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Красноусол военкомыты хәрби хеҙмәткә саҡыра. Һуғыш йылдарында 7-се кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһының 58 гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә.
«Аттарҙы яҡшы тәрбиәләй, уның ҡарамағындағы аттар һәр ваҡыт туҡ, хәрби хәрәкәттәр барышында хәрби составты аҙыҡ-түлек менән ваҡытында тәьмин итеп торҙо» тиелгән яугирҙың хәрби наградаға тәҡдим ителгән рәсми хатта.
Яҡупов Әхмәт Ширәй улы яраларғандан һуң 1945 йылдың 28 февралендә вафат була. Германияның Ландсберг-на-Варте ҡалаһында (хәҙерге Польшаның Гожув-Велькопольски ҡалаһында) ерләнгән.
Наградалары
- 2-се дәрәдә Ватан һуғышы ордены (1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944)