Achmet Vachitovitsj Bakiev
Quick Facts
Biography
Баҡыев Әхмәт Вәхит улы (15 ғинуар 1939 йыл — 13 август 2016 йыл) — ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1974—1989 йылдарҙа Өфө нефть институтында ситтән тороп һәм киске уҡыу буйынса проректор. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), техник фәндәр докторы (1985), профессор (1986). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989).
Биографияһы
Әхмәт Вәхит улы Баҡыев 1939 йылдың 15 ғинуарында БАССР-ҙың Боҙаяҙ районы Шишмә ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) тыуған. 1960 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.
1960 йылдан алып, шул уҡ институтта (хәҙер ӨДНТУ): ситтән тороп уҡыу факультеты деканы (1969 йылдан), ситтән тороп һәм киске уҡыуҙар буйынса проректор (1969 йылдан), кафедра мөдире (1989—1999), кафедра профессоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының физика-математика һәм техник фәндәр бүлеге академик-секретары, геология, физика-математика һәм техник фәндәр секцияһы рәйесе урынбаҫары (1996 йылдан), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының нефть һәм газ бүлеге академик-секретары (2000—2006), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ер һәм тәбиғәт ресурстары бүлеге академик-секретары (2006 йылдан)
Инженер-механик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһыны академигы (1998), техник фәндәр докторы (1985), профессор (1986), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989).
Фәнни эшмәкәрлеге
Нефтегазохимия аппараттары төҙөү мәсьәләләрен өйрәнә.
Геометрик һәм механик яҡтан оҡшаш булмаған, йоҡа ҡатламдарының механик деформацияланыу һәм емерелеү механикаһын өйрәнә. Уның был фундаменталь тикшеренеүҙәре нефтегазохимия аппараттарын етештереү өсөн практик мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә. Нефть эшкәртеү объекттарында эҫегә сыҙамлы, мартен класлы хром-молибден ҡоростан иретеп йәбештереүҙең яңы технологияларын индерә.
Баҡыев Ә. В. яңы физик принципҡа нигеҙләнгән ике фазалы үҙәктән ынтылыусы көстәр ҡулланылған юғары эффектлы йылы алмаштырыусы ҡоролма уйлап таба. Газ үткәреү торбаларының металы емерелеүен кәметеү мәсьәләһен хәл итә.
Нефтегазохимия аппараттарын төҙөү һәм яңы технологиялар буйынса фәнни мәктәп төҙөй. Баҡыев — 260-тан күберәк фәнни эштәр авторы, шул иҫәптән 30 монография, 13 патент авторы..
Ғилми эштәре
- Применение методов механики разрушения для определения надежности и долговечности нефтегазохимического оборудования оболочкового типа. М.: Недра, 1987.
- Технология горячей вытяжки днищ повышенной точности с регулированием термических циклов штамповки. М.: Машиностроение, 1993 (соавтор).
- Нефть и газ на старте XXI века. М.: Химия, 2001.
Сығанаҡтар
- Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
- Уфимский государственный нефтяной технический университет (доктора наук, профессора). М.: Недра, 1997.
- Инженеры Урала: Энциклопедия. Екатеринбург: Уральский рабочий, 2001.
- Башкирская энциклопедия: В 7 т. Т. 1: А-Б. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.