A. N. Tikhonov
Quick Facts
Biography
Тихонов Александр Николаевич (20 ноябрь 1931 — 16 март 2003) — совет һәм Рәсәй тел белеме ғалимы, лексикограф, рус дериватология өлкәһе белгесе. Ғалим оялы һүҙ яһау һүҙлектәрен төҙөү принциптарын эшләүгә, оялы һүҙ яһау теоретик проблемаларын хәл итеүгә ҙур өлөш индергән.
Биографияһы
Башҡортостанда тыуған.
1947 йылдан алып Тажикстанда рус теле уҡытыусыһы булып эшләй
1955 йылда А. Навои исемендәге Сәмәрҡәнд университетының филология факультетын отличие менән тамамлай. 1956—1968 йылдарҙа Сәмәрҡәнд университетының рус тел ғилеме кафедраһы доценты булып эшләй. 1968 йылда Сәмәрҡәнд педагогия институты проректоры була.
1974 йылда «Һүҙ яһау ояһындағы һүҙҙәрҙең формаль-семантик мөнәсәбәте» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай .
1978 йылда СССР Фәндәр академияһының рус телен милләт-ара аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеү институтында сектор мөдире итеп һайлана. Рус теле институтында һәм «Төньяҡ Евразия телдәре һәм мәҙәниәте» фәнни-уҡытыу үҙәгендә эйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
2001 йылдың 1 мартында уның инициативаһы буйынса И. А. Бунин исемендәге Елец дәүләт университетында уҡыу лексикографияһы лабораторияһы ойошторола
Мәскәүҙең «Ракитки» зыяратында (МКАД-тан 10 км алыҫлыҡта Калуга шоссеһы) ерләнгән.
Төп эштәре
- «Лексическое гнездо в современном русском языке»
- «Словообразовательное гнездо в современном русском языке»
- «Русский глагол: проблемы теории и лексикографирования»
- «Морфемно-орфографический словарь»
- «Словообразовательный словарь современного русского языка»
- «Проблемы составления гнездового словообразовательного словаря»
- «Взгляд в будущее словообразовательной лексикографии»
- «Словообразовательная мотивированность однокоренных слов»
- «Современный русский язык (Морфемика. Словообразование. Морфология)»
- «Словарь русских личных имён» (в соавторстве с Л. З. Бояриновой и А. Г. Рыжковой)
- Тихонов А. Н., Бояринова Л. З., Рыжкова А. Г. Словарь русских личных имён / Оформление Е. Кожуховой —М.:Школа-Пресс, 1995. — 736 б. — 30000 экз. — ISBN 5-88527-108-9. (в пер.)
- «Словарь-справочник по русскому языку: Правописание, произношение, ударение, словообразование, морфемика, грамматика, частота употребления слов» (в соавторстве с Е. Н. Тихоновой и С. А. Тихоновым)
- «Комплексный словарь русского языка» (в соавторстве с Е. Н. Тихоновой, С. А. Тихоновым, О. М. Чупашевой, М. Ю. Зуевой)
- «Энциклопедический словарь-справочник лингвистических терминов и понятий» (в соавторстве с Г. С. Журавлевой, М. А. Лапыгиным, А. М. Ломовым, Л. В. Рацибурской, Е. Н. Тихоновой, Р. И. Хашимовым)
Морфологик тикшереүгә (анализға) ҡарашы
Тихоновтың морфологик анализға ҡарашы башҡа тел ғилеме белгестәренекенә айырылып тора . Атап әйткәндә,альтернатив морфологик тикшереүҙе) анализды Т. Ф. Ефремова һәм А. И. Кузнецова һүҙлектәрендә табырға мөмкин.
- ↑ BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.<a href="https://wikidata.org/wiki/Track:Q54837"></a><a href="https://wikidata.org/wiki/Track:Q19938912"></a>