Timer Gareevitsj Arslanov

The basics

Quick Facts

PlacesRussia
wasWriter Poet
Work fieldLiterature
Gender
Male
Birth1 May 1915, Ufa Governorate, Russian Empire
Death19 March 1980Ufa, Russia (aged 64 years)
Star signTaurus
The details

Biography

Тимер Арыҫлан (тулы исеме — Арыҫланов Тимер Гәрәй улы; 1 май 1915 йыл — 19 март 1980 йыл) — башҡорт шағиры. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Тимер Гәрәй улы Арыҫланов (Тимер Арслан; Тимер Арыҫлан) 1915 йылдың 1 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Кәкребаш ауылында тыуған.

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған (1951). 1946—64 йылдарҙа (өҙөклөктәр м‑н) Октябрьский ҡалаһы мәктәптәрендә уҡыта. «Беҙҙең йәшлек» (1938) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 20 быуаттың 30‑сы йылдары йәштәренең хеҙмәт дәртен маҡтап йырлай. «Окоптар төбөнән» (1944), «Тауҙар йырлай» (1950) шиғырҙар һәм поэмалар китаптары совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығына арналған. Башҡ. нефтселәренең хеҙмәт батырлыҡтары хаҡындағы «Башҡортостан егете» (1949), «Тау ҡыҙы» (1949) поэмалары башҡ. поэзияһында оло ваҡиға була. «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар» (1964), «Йәшәһен ир» (1968), «Ҡунаҡ булып кил, әсәйем» (1972) һ. б. сатирик һәм юмористик шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы.

Бүләктәре

  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙал (16.08.1945)

Әҫәрҙәре

  • Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1965;
  • Өс ут араһында. — Өфө, 1975;
  • И смех, и грех: стихи. — Уфа, 1970.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостандың Туймазы районы.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт

  • Харисов Ә. И. Әҙәби күренеш­тәр. Өфө, 1963.

Һылтанмалар

  • Тимер Арыҫлан // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 27 Mar 2020. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.