Biography
Lists
Also Viewed
Quick Facts
Biography
Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы (8 ғинуар 1966 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
Биографияһы
Светлана Роберт ҡыҙы Арғынбаева 1966 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башкортостан Республикаһы) Сибай ҡалаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын (1987), Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1993) тамамлаған. 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры солисы.
Ижады
Төп партиялар: Розина («Севилья цирюльнигы», Дж. Россини, дебют, 1994), З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев опера» операһында — Көнбикә, «Шәүрә» операһында — Яубикә, Кармен («Кармен», Ж.Бизе), һ. б. 1994—1997 йылдарҙа Озимо ҡалаһында (Италия) Опера сәнғәте академияһында, 2000 йылда Дж. Россини ис. опера академияһында (Пезаро ҡ., Италия) стажировка үтә. Репертуарында сит ил, үҙ илебеҙ композиторҙары операларынан ариялар, башҡорт халыҡ йырҙары. «Лисео» (Барселона, Испания), «Перес Гальдос» (Лас-Пальмас ҡ., Испания), «Россини» (Пезаро) театрҙарында йырлай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
Ҡаҙаныштары
Дж. Виотти ис. Халыҡ-ара башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Верчелли ҡ., Италия, 1994), С. Я. Лемешев ис. Халыҡ-ара опера йырсылары конкурстары дипломанты (Тверь ҡ., 1992), Ф. Виньяса ис. вокалистар (Барселона ҡ., Испания, 1993), Л. Вольпи ис. опера йырсылары (Латина ҡ., Италия, 1995) конкурстарында ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.
Һылтанмалар
- Ғәлимова Ғ. Л. Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.