Sagida Rashitova

actor
The basics

Quick Facts

Introactor
A.K.A.Sagida Farejewna Raschitowa
A.K.A.Sagida Farejewna Raschitowa
PlacesRussia
wasActor
Work fieldFilm, TV, Stage & Radio
Gender
Female
Birth1 January 1905
Death21 February 1988Ufa (aged 83 years)
The details

Biography

Таңһылыу Рәшитова (Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы Рәшитова) (1 ғинуар 190521 февраль 1988) — башҡорт театр актёры, йәмәғәт эшмәкәре. Иң тәүге башҡорт артистарының береһе . Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940). 1939—1945 йылдарҙа Өфө ҡала Советы депутаты.

Биографияһы

Рәшитова Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы 1905 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Көҙән ауылында ( хәҙерге Ишембай районы ) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1922-24 йылдарҙа Ырымбурҙағы Башҡорт халыҡ мәғарифы институтында уҡый, үҙешмәкәр театрҙа уйнай.

1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай (педагогтары В. Ғ. Муртазин-Иманский, М. А. Мәһәҙиев, Х. Ғ. Бохарский).

1924—1970 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.

1988 йылдың 21 февралендә Өфөлә вафат була.

Псевдонимы тарихы

1922 йыл- Башҡорт халыҡ мәғарифы институтының үҙешмәкәр коллективы Мәхәмәтша Буранғоловтың 1917 йылда яҙылған халыҡ легендаларына һәм йырҙарына таянып яҙған «Ашҡаҙар» исемле пьесаһын ҡуя. Пьесаның эстәлеге шундай: йәш һунарсы Йомағол менән Таңһылыу бер береһен ярата , тик ҡыҙҙың атаһына башҡа кешенән яусылар килә, һәм бер аҙ уйлашҡандан һуң, ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡыҙҙы Йомағолға кейүгә бирергә була. Туй була, йәштәр матур итеп йәшәп китә. Тик һунарға киткән ерендә Йомағол вафат була, уның ата-әсәһе ҡурайсылар һәм йырсыларҙы йыя, улар йәш егеттең һәләкәте траһында «Ашҡаҙар» йырын сығара .

Спектакль бик уңышлы бара, тамашасылар бигерәк тә Таңһылыу ролен уйнаған Сәғиҙә Рәшитованың уйнауын оҡшата.

1924 йылда уны Өфөгә Башҡорт театрына саҡыралар, һәм ул бер аҙҙан Таңһылыу Рәшитова псевдонимын алып, билдәле актриса булып китә.

Шулай уҡ Рәшитова Зәки Вәлиди менән туғанлығын йәшереү өсөн икенсе исем- псевдоним алған тигән фараз да бар.

Театрҙағы ролдәре

Таңһылыу («Ашҡаҙар», М.Буранғолов) , Шәүрә («Шәүрәкәй» , М.Буранғолов), Сәрүәр («Башмағым», Х.Ибраһимов), Ғәлиәбаныу( М.Фәйзи), Ынйыкай («Ынйыҡай менән Юлдыҡай» Х.Ғәбитов), Дездемона («Отелло», У.Шекспира), Амалия («Юлбаҫарҙар» — «Разбойники», Ф.Шиллер), Марья Антоновна («Тикшереүсе» — «Ревизор»), Агафья Тихоновна («Өйләнеү» — «Женитьба»; икеһе лә — Н. В. Гоголь пьесаһы), Анна Таланова («Ябырылыу» — «Нашествие», Л. М. Леонов), Шәмсинур («Ул ҡайтты» , Ә. Атнабаев).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 28 Jul 2019. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.