Rinat Kamal

Soviet writer
The basics

Quick Facts

IntroSoviet writer
PlacesRussia
isWriter Journalist
Work fieldJournalism Literature
Gender
Male
Birth28 June 1954, Mechetlinsky District, Russia
Age70 years
Star signCancer
ResidenceRussia; Russia
The details

Biography

Камалов Ринат Әлтәф улы; Ринат Камал (28 июнь 1954 йыл) — яҙыусы. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002).

Биографияһы

Ринат Әлтәф улы Камалов 1954 йылдың 28 июнендә Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, үҙ ауылдарындағы «Комсомолец» колхозында эш башлай. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Әммә әҙәбиәткә булған һөйөүө көслөрәк булып сыға. Беренсе курсты уңышлы тамамлауына ҡарамаҫтан, 1975 йылда барлыҡ имтихандарҙы яңынан тапшырып, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә.

1980 йылда университетты тамамлағас, башта Учалы районы Өргөн һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, унан һуң Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә башҡорт, рус телдәрен һәм әҙәбиәтен уҡыта.

1985 йылда ғәиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Биш йыл БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының совет төҙөлөшө һәм әҙәбиәт редакцияларында эшләй.

1990—1991 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының пропаганда бюроһы директоры.

1991—2004 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының әҙәби тәнҡит бүлеге мөхәррире, Зәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында бүлек мөдире.

2005 йылдан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт мөхәрририәте мөдире.

Ижады

Ринат Камал әҙәбиәткә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, етерлек тормош һәм ижад тәжрибәһе туплап, ныҡлап аяҡ баҫты һәм артабанғы сирек быуат эсендә үҙен таланты яҙыусы итеп танытты. 1993 йылда повесть, хикәйәләр һәм новеллалар тупланған «Бәлә» исемле тәүге китабы менән, тәнҡитсе Суфиян Сафуанов билдәләүенсә, «әҙәбиәтебеҙгә шаҡтай өлгөрөп еткән проза оҫтаһының килеүе тураһында хәбәр» иткән әҙип артабан яңынан-яңы нәҫерҙәрен, хикәйә һәм повестарын уҡыусыға тәҡдим итте. Ул ғына түгел: Ринат Камалдың XXI быуаттағы тәүге ун йыллыҡта нәшер ителгән романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. «„Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр йән“, „Әлфирә“, „Ағай-энеләр“ ише романдары менән проза донъяһы байыны, ҡотайҙы. Ринат Камалдың ғына уңыштары түгел, ә тотош нәфис һүҙ сәнғәтебеҙҙең ҡото, ырыҫы тип баһаланырға хаҡлы улар», тип яҙған Рафаль Аҙнағоловҡа ниҙер өҫтәү урынһыҙ.

Китаптары

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998);
  • Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002);
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010).

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелгән 24 июнь 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)  (Тикшерелгән 24 июнь 2019)

Һылтанмалар

  • Камалов Ринат Әлтәф улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 24 июнь 2019)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар
The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 26 Mar 2020. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.