Biography
Lists
Also Viewed
Quick Facts
A.K.A. | Мидхат Исмагилович Габитов Габитов Мидхат Исмагилович | |
A.K.A. | Мидхат Исмагилович Габитов Габитов Мидхат Исмагилович | |
Places | Russia | |
Gender |
| |
Birth | 13 January 1925, Davletovo | |
Death | 10 October 2010Sibay (aged 85 years) | |
Politics: | Communist Party Of The Soviet Union |
Biography
Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы (13 ғинуар 1925 йыл — 10 октябрь 2010 йыл) — рудник механигы, Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты быраулау мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
Миҙхәт Исмәғил улы Ғәбитов Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Дәүләт ауылында тыуған. Урта махсу белемле, 1966 йылда Баймаҡ тау-механика техникумын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1940 йылда Баймаҡ районы Молотов исемендәге колхозда башлай.
1943—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң, 1950 йылдың апреленән алып, Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында машинист ярҙамсыһы, экскаватор машинисы, экскаватор машинистары звеноһы бригадиры булып эшләй.
1960 йылда Миҙхәт Ғәбитов етәкләгән 9-се һанлы экскаватор звеноһы коллективы тау ҡорамалдарының ремонт-ара хеҙмәт срогын оҙайтыу башланғысы менән сығыш яһай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә звено машинистары слесарь, электрослесарь һөнәрҙәрен үҙләштерә һәм үҙ көсө менән экскаваторҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонт эштәрен алып бара башлай, экскаватор узелдарының һәм агрегаттарының торошо һәм хеҙмәтләндереү өсөн яуаплыларҙы нығытып ҡуялар, был, үҙ сиратында, хеҙмәт етештереүсәнлеген һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны күпкә арттырырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, 1960 йылдың майына тиклем кубометр тау массаһын 11 майға тиклем кубометр тәшкил 1960 йылда машинаның етештереүсәнлеге экскаватор сүмесенең һыйҙырышы бер кубометрға 11 782 тау массаһы тәшкил итһә, май-декабрь айҙарында был күрһәткес күпкә юғары була, йәғни 16 650 кубометр. Һөҙөмтәлә экскаваторҙың йыллыҡ етештереүсәнлеге бер кубометр сүмес һыйҙырышына 180 мең кубометр тәшкил итә (план буйынса 135 мең).
Экскаваторҙың хеҙмәт срогын оҙайтыу экипажға 3900 һум экономия бирә, шул иҫәптән 2350 һум эш хаҡы буйынса һәм өҫтәмә рәүештә 110 мең кубометрҙан ашыу тау тоҡомон тейәргә мөмкинлек бирә. Техника эксплуатацияһының яңы ысулы таусылар, төҙөүселәр, республика тау-байыҡтырыу предпрятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында киң файҙаланыу таба.
Төҫлө металлургияны үҫтереү эшендә ҙур уңыштары өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1961 йылдың 9 июнендәге указына ярашлы Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1966 йылдан алып Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы участка механигы, смена начальнигы, тау мастеры, карьер оҫтаһы булып эшләй. 1982 йылда Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының электромеханик вазифаһынан хаҡлы ялға китә.
Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961)
- Ленин ордены (1961),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966),
- II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены,
- Миҙалдар,
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамоталары (1957, 1965).
Әҙәбиәт
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. 2006. − 624 с. ISBN 5-88185-062-9.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Сергей Каргапольцев Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы. «Герои страны» сайты.
- Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Альбина Баранова. Награды самой высшей пробы заслужил ветеран, герой и просто хороший человек // Республика Башкортостан : газета. — 2010. — № 24.