Biography
Lists
Also Viewed
Quick Facts
Intro | Russian actor | |||
A.K.A. | Magafur Makhmutovich Usmanov | |||
A.K.A. | Magafur Makhmutovich Usmanov | |||
Places | Russia | |||
is | Actor | |||
Work field | Film, TV, Stage & Radio | |||
Gender |
| |||
Birth | 26 March 1962, Kizgi, Arkhangelsky District, Russia | |||
Age | 62 years | |||
Star sign | Aries | |||
Education |
|
Biography
Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы (26 март 1962 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995).
Биографияһы
Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы 1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуған. Атаһы урман ҡырҡыусы булып эшләгән. Ғаиләлә йәмғеһе алты бала булған.
Мәғәфүр Мәхмүт улы 1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Рифҡәт Исрафилов курсы) тамамлай һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. 1989 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театры актеры.
Башҡарған ролдәре
Заһир («Ғәлиә», Т. Таһировтың шул уҡ исемле повесы буйынса), Хызыр («Дала ҡиссаһы», Ф. Бүләков), Ҡарт ир («Ҡорон» — «Лавина», Т. Джюдженоглу), Тальян («Иҙеүкәй һәм Мораҙым», Мөхәмәтша Буранғолов), Король («Роза йәки мин?», А. Дилмөхәмәтов), Юламан ҡарт («Мөхәббәт һәм нәфрәт», Зәйнәб Биишева), Тимербай — «Алтын балта», С. Сурин), Жантык («Мөхәббәт тураһында легенда», Г. Мусрепов), Хан, Ҡыуандыҡ («Ҡурай ауазы», Наил Ғәйетбаев), Сәлим («Аҡ ҡалпаҡ», М.Фәйзи), Ҡарт Адмирал («Мөхәббәт реестры», Ф.Бүләков), Магдан («Мөхәббәт тураһында йыр», Әнғәм Атнабаев), Генерал («Ҡарасҡы», П. Барбазюк), Юлай Аҙналин («Салауат», Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» трагедияһы буйынса), Синьор Монтекки («Ромео һәм Джульетта», Вильям Шекспир), Ҡарт Ажмағол («Башҡорт тотҡоно», Мостай Кәрим), Ҡыш бабай («Кем аждаһаны уята?», Л. Исҡужин), Сарафанов («Өлкән ул», А.Вампилов), Байназар («Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа», Ф.Бүләков), Чиполлоне, Чиполлиноның атаһы («Чиполлино», Дж. Родари) һәм башҡалар. Комик ролдәре: Журден ханым («Яртаҡыл Журден» — «Полоумный Журден», М. А. Булгаков), Әмир («Ауылға ҡыҙҙар килде», Наил Ғәйетбаев), Рәхмәтулла («Алты ҡыҙға бер кейәү», Т.Ғ. Миңнуллин) һәм башҡалар. Балалар өсөн спектаклдәрҙәге ролдәре: Һарыбай («Аҡбай ниңә күңелһеҙ?» Т. Миңнуллин), Вәзир («Кәлиф ҡауҙы» — «Калиф-аист»; В. Гауфтың шул уҡ исемле әҫәре буйынса), Ҡырмыҫҡа (К. И. Чуковскийҙың «Сыңҡылдаҡ себен» — «Муха-цокотуха» әкиәте буйынса) һәм башҡалар.
Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы — үҙенсәлекле актер. Уға сағыу ҡиәфәт, һығылмалылыҡ, импровизацияға оҫталыҡ хас. 50-гә яҡын төрлө пландағы (комик ролдәр, балалар өсөн спектаклдәрҙәге ролдәре, етди ролдәр) ролдәр башҡара. Ролдәренә аныҡ кәүҙәләндереү һәм эскерһеҙ тойғолар хас. Тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һәм трагизм менән һуғарылған Адмирал образы («Мөхәббәт исемлеге», Бүләков) иң уңышлы эштәренең береһе була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994).
«Жест» халыҡ-ара пластика фестивале лауреаты, (Өфө, 1994).