Lukman-Khakim Giljazjev

Russian writer
The basics

Quick Facts

IntroRussian writer
PlacesRussia
wasWriter Poet
Work fieldLiterature
Gender
Male
Birth1 March 1923, Buzdyaksky District, Russia
Death14 November 1997Ufa, Russia (aged 74 years)
Star signPisces
The details

Biography

Хәким Ғиләжев, Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы (1 март 1923 йыл — 14 ноябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973).

Биографияһы

Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы Ғиләжев 1923 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған.

Хәким Ғиләжевтар быуыны батырҙар, көрәшселәр, яугирҙәр быуыны. Инде фашизмдан йолоп ҡалған — аҫыл ирҙәр, ҡыйыуҙар, беҙ бит уларҙың сабыуҙарына тотоноп үҫтек. Бөтә барлығыбыҙ менән, бар булыуыбыҙ менән улар алдында бурыслыбыҙ. Ул изге бурысты ҡайтара алдыҡмы һуң, яҙмышыбыҙ, булмышыбыҙ менән?

Хәким Ғиләжев һуғыштың тәүге көндәрендә үк хәрби училище тамамлап, ауыр һуғыш юлдарын үтә, ҡаты яралана һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдары менән наградлана.

Һуғыштан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында уҡыта. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел, әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр була, «Совет Башҡортостаны» газетаһында ла эшләп ала, 1955—1968 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир була. 1968 — 1972 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡара. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союздары идараларының ағзаһы итеп һайлана. БАССР Юғары Советы депутаты була.

Наградалары

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (26.07.1944; 06.04.1985)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • Салауат Юлаев исемендәге премия (1973)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Башҡортостан, Бүздәк районы.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Сығанаҡтар

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с.  (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 24 Mar 2020. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.