Kheibullin Ishmorat Nazir uly

Arabic language specialist, translator, psychologist, Islamic religious figure
The basics

Quick Facts

IntroArabic language specialist, translator, psychologist, Islamic religious figure
PlacesRussia
isArabist Translator Psychologist
Work fieldHealthcare Social science
Gender
Male
Birth4 December 1977, Moskovo, Nauruzovsky selsoviet, Uchalinsky District, Russia
Age47 years
Star signSagittarius
Education
Al-Azhar University(—2004)
Bashkir State Pedagogical University(—2022)
The details

Biography

Хәйбуллин Ишморат Нәзир улы (4 декабрь 1977 йыл) — дин әһеле, психолог, ғәрәп теле белгесе, тәржемәсе. Рәсәй мосолмандары араһында ғәрәп теле буйынса хеҙмәттәре, ислам нигеҙҙәре буйынса аудиолекциялары менән билдәле.

Биографияһы

Ишморат Нәзир улы Хәйбуллин 1977 йылдың 4 декабрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Учалы районының Мәҫкәү ауылында тыуған.

1985 йылдан Учалы районының Урал, 1988 йылдан — Озерный урта мәктәптәрендә, 1993—1995 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый.

1995—2004 йылдарҙа Мысырҙың Ҡаһирә ҡалаһында «Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетында уҡый, педагогия факультетының ғәрәп теле бүлеген тамамлай. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультеты магистратураһын тамамлаған.

2004—2005 йылдарҙа Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы мәсетендә имам-хатиб булып эшләй.

2005—2009 йылдарҙа Өфө ҡалаһының «Фәләк» төбәк йәмәғәт ойошмаһының имам-хатибы.

2013—2019 йылдарҙа — «Ваҡыт!» гәзите мөхәррире.

2019 йылдан китаптар тәржемә итеү, мөхәрриләү, интернет селтәре аша онлайн дәрестәр биреү менән шөғөлләнә.

Китаптары

  1. Ғәрәп теле грамматикаһы. Ҡыҫҡаса аңлатма  (рус.)
  2. Ғәрәп теленең стилистикаһы  (рус.)
  3. Ғәрәпсә нисек һөйләшергә  (рус.)
  4. Тажвид. Ҡыҫҡаса аңлатма  (рус.)
  5. Йәджүж һәм Мәджүж. Ер йөҙөнән килеүселәр, 2014, 121 бит.  (рус.)
  6. Иман дәрестәре (яңы башлаусыларға Ислам тураһында рус, башҡорт, татар телендә китап)
  7. Йома вәғәздәре (башҡорт һәм татар телендә китап)
Тәржемәләре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 10 Feb 2024. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.