Iraida Akhatova

��овет һәм Рәсәй зооинженеры
The basics

Quick Facts

Intro��овет һәм Рәсәй зооинженеры
A.K.A.Iraida Abubakirovna Akhatova
A.K.A.Iraida Abubakirovna Akhatova
PlacesRussia
isProfessor Educator
Work fieldAcademia
Gender
Female
Birth10 January 1946, Mullino, Russia
Age79 years
Star signCapricorn
Education
Bashkir State Agrarian University
Awards
Medal of the Order "For Merit to the Fatherland" II class 
The details

Biography

Әхәтова Ираида Әбүбәкер ҡыҙы (10 ғинуар 1946 йыл) — совет һәм Рәсәй ғалим-зооинженеры, юғары мәктәп уытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).

Биографияһы

Ираида Әбүбәкер ҡыҙы Әхәтова 1946 йылдың 10 авгусында БАССР-ҙың Борай районы Мулла ауылында тыуа. 1964—1977 йылдарҙа медицина учреждениеларында һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының гельминтология лабораторияһында фельдшер булып эшләй.

1977 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, шунан 1977—1995 йылдарҙа Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү институтының йылҡысылыҡ лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1995—1999 йылдарҙа — Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы Башҡортостан фәнни үҙәгенең ғилми секретары; 1999—2004 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире. 2005 йылдан — ошо уҡ университеттың ветеринария-санитария экспертизаһы кафедраһы профессоры.

«Башҡорт тоҡомло аттарҙың һөт биреүсәнлеген арттырыуҙың селекцион-генетик нигеҙҙәре» тигән темаға кандидатлыҡ (1987) һәм докторлыҡ (1994) диссертацияһын яҡлай. 2006—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы биология һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһенең ғилми секретары булып эшләй. 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

Йылҡысылыҡта өс селекция ҡаҙанышы авторы.

Хеҙмәттәре

  • Әхәтова Ираида Әбүбәкер ҡыҙы — 270 ғилми һәм методик хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография, малсылыҡта өс селекция ҡаҙанышына авторлыҡ танытмаһы, Рәсәй Федерацияһында уйлап табыуға 1 патент авторҙашы.
  • И. Ахатова «Разведение сельскохозяйственных животных» Уфа, 2003.
  • Ахатова И. А. «Молочное коневодство: племенная работа, технологии производства и переработки кобыльего молока» Рос. акад. с.-х. наук [и др.] Уфа; Гилем, 2004, — 323 с., ил., табл.; 20 см

Бүләктәре

  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең ике көмөш миҙалы
  • Күкрәккә таҡмалы «СССР уйлап табыусыһы» билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы почёт грамоталары
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. Уфа, 2007.
  • Башкирская энциклопедия: В 7 т.. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 08 May 2020. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.