Biography
Lists
Also Viewed
Quick Facts
Intro | Герой Советского Союза, участник Великой Отечественной войны | |
Places | Russia | |
Gender |
| |
Birth | 18 August 1920, Sterlitamaksky District | |
Death | 1 March 1945Sterlitamaksky District (aged 24 years) | |
Politics: | Communist Party Of The Soviet Union |
Biography
Басманов Гавриил Иванович (18 август 1920 йыл — 1 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар ротаһы элемтәсе-радисы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Гаврии́л Ива́нович Басма́нов 1920 йылдың 18 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка ауылында тыуған. Милләте урыҫ. Тулы булмаған урта белемле. 1945 йылдан Советтар Союзы Коммунистар партияһы (ВКП(б)) ағзаһы. 1935—1938 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районың «Согласие» колхозында эшләй.
1938 йылда Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1940—1942 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында суд эштәрен башҡарыусы булып эшләй. 1942 йылдың башында Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан яңынан Ҡыҙыл армияға саҡырыла. 1942 йылдың мартынан алып Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнаша.
Ҡыҙылармеец Г. И. Басманов 1943 йылдың 23—25 сентябрендә Гомель өлкәһе Комарин ауылының төньяғында беренселәрҙән булып Днепр йылғаһының көнбайыш ярына сыға һәм командование менән бәйләнеш урынлаштыра. Һан яғынан артыҡ булған дошман менән ҡаты һуғыштарҙа Г. И. Басманов үҙен ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә. Разведчиктарҙың ҙур булмаған төркөмө менән немецтарҙың тылына үтеп инеп Г. И. Басманов командованиеға дошман тураһында мөһим мәғлүмәттәр еткерә. Ҡайтып килешләй разведчиктар бер төркөм вермахт һалдаттарына тап була һәм улар менән алышҡа инә. Г. И. Басманов гранаталар менән 10 немецты юҡ итә, үҙебеҙҙең позицияға йырып сығыуға өлгәшә һәм яу ҡырынан яралы һалдатты алып сыға.
1943 йылдың 16 октябрендә Гавриил Иванович Басмановҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3927-се һанлы) тапшырыла..
1944 йылда ауыр яраланғандан һуң Г. И. Басманов армиянан китергә мәжбүр була һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта. 1945 йылдың 1 мартында үлеп ҡала.
Наградалары
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3927)
- Ленин ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (17.08.1943)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (13.07.1943)
Хәтер
- Тыуған яғында, Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл советы Покровка ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы, ерләнгән.
- Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл советы Покровка ауылында Басмановҡа бюст ҡуйылған.
- Покровка һәм Наумовка ауылы мәктәптәре биналарында мемориал таҡтаташтар ҡуйылған.
- Покровка ауылы урамдарының береһе Герой исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, л. 7)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 4, л. 471, 472)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2180, л. 1, 9, 10)
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1291, л. 3)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
Басманов Гавриил Иванович. «Герои страны» сайты. (Тикшерелгән 26 ноябрь 2011)