Biography
Lists
Also Viewed
Quick Facts
Intro | Russian actor | |
Places | Russia | |
was | Actor | |
Work field | Film, TV, Stage & Radio | |
Gender |
| |
Birth | 4 September 1929, Sterlibashevsky District | |
Death | 31 August 1991 (aged 62 years) |
Biography
Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы (4 сентябрь 1929 — 31 август 1991) — башҡорт совет театр актёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974), БАССР-ҙың (1974) һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991)..
Биографияһы
Фәхриев Ғәбделхәй (Хәй) Ғимаҙи улы 1929 йылдың 4 сентябрендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Өршәкбаш-Ямғырсы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы Яңғырсы ауылы) тыуған. 1950 йылда Өфө театр-сәнғәт училищеһын (педагогтары Х. Бухарский, Г. С. Саттаров) тамамлай. Училищены тамамлағас БАССР-ҙың Ҡыйғы һәм Ауырғазы райондарының колхоз-совхоз театрҙарында эшләй, аҙаҡ БАССР-ҙың Стәрлебаш районы мәҙәниәт бүлегенең художество етәксеһе, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, ә 1970 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. 1991 йылдың 31 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре
Ғылмийәр («Әсәләр көтәләр улдарын» — «Матери ждут сыновей» Ә.М.Мирзаһитов), Заман («Ҡыңғыраулы дуға» — «Дуга с колокольчиками» Н.Нәжми), Ғәфүр («Бай һәм хеҙмәтсе» — «Бай и батрак» Х.Ниази), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»), Краснов («Бәлә кеше башынан йөрөй» — «Грех да беда на кого не живёт» А. Н. Островский), Иван Якутов («Һуңғы алыш» — «Последняя схватка» Т.Бикмаев), Ф. Әбләй («Бажалар» — «Свояки» И. А. Абдуллин), Байтирәк («Ҡыйыу ҡыҙҙар» — «Смелые девушки» Т.Ғиззәт), Кәрим бай («Башмағым»), Бәҙри («Ғәлиәбаныу»).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976).
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1968).
Хәтер
Өфө ҡалаһында артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған. Стәрлебаш ауылында урам уның исеме менән аталған.
Һылтанмалар
Башҡорт энциклопедияһында мәҡәлә