Asadoella Gatijatoellovitsj Gatijatoellin

Soviet poet and writer (1891-1969)
The basics

Quick Facts

IntroSoviet poet and writer (1891-1969)
PlacesRussia
wasPoet Writer
Work fieldLiterature
Gender
Male
Birth1891, Ufa Governorate
Death1969 (aged 78 years)
The details

Biography

Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы Ғәтиәтуллин (18911969) — башҡорт импровизатор-шағиры, сәсән.

Биографияһы

Ғәтиәтуллин Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы 1910 йылдың 2 июлендә Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Шыршы-Тартыш ауылында тыуған (хәҙерге Башҡортостандың Кушнаренко районы).

Бөрө мәҙрәсәһендә белем алған. Төрөк һәм ғәрәпдәрен белгән. Граждандар һуғышында ҡатнаша. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. 1931—1933 йылдарҙа Шыршы-Тартыш ауыл мәктәбендә уҡыта, артабан ауыл советы секретары, колхозда иҫәпсе булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

Әсәҙулла Ғәтиәтуллин ижад менән ғүмеренең һуңғы йылдарында, пенсияға сыҡҡандан һуң, ғына шөғөлләнә башлай. Яҙыусының әҫәрҙәре нигеҙендә — башҡорт халҡы яҙмышы ((«Атам ҡара башҡорт булған», «Беҙ — бәхетле халыҡ», «Беҙ көрәштек» һәм башҡалар). Ғәтиәтуллиндың ижадында тос урынды сатирик шиғырҙар биләй, шиғырҙарҙа кешелек аҙғынлығы көлкөгә ҡалдырыла — «Алдаҡсы» «Ярар, бабай, ярар!» һәм башҡалар.

Авторҙың ҡайһы бер әҫәрҙәре «Башкорт халык ижады» йыйынтығына индерелде. Уның ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә һаҡлана.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 24 Jul 2019. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.