Biography
Lists
Also Viewed
Quick Facts
A.K.A. | Алексей Максимович Лысенков | |
A.K.A. | Алексей Максимович Лысенков | |
Places | Russia | |
Gender |
| |
Birth | 19 September 1921, Tuymazinsky District | |
Death | 19 March 1945Hungary (aged 23 years) |
Biography
Лысенко́в Алексей Максимович (19 сентябрь 1916 йыл — 19 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, кесе лейтенант, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
Алексей лысенков Максимович 1916 йылдың 19 сентябрендә Башҡортостандың Туймазы районы Константиновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 8 синыф тамамлаған. Колхозда эшләгән.
Ҡыҙыл Армия сафына 1940 йылда Башҡорт АССР-ы Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылда Алексей Максимович Киев артиллерия училищеһын тамамлай.
1458-се үҙйөрөшлө артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы батареяһының командиры (5-се гвардия танк корпусы, 6-сы танк армияһы, 2-се Украина фронты) кесе лейтенант А. М. Лысенков Корсунь-Шевченко операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә.
1945 йылдың 19 мартында Лысенков Алексей Максимович Секешфехервар (Венгрия) ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ Гуттамаша ауылы өсөн барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була. Шул уҡ ауылда ерләнгән.
Батырлығы
«1944 йылдың февраль көндәрендә, дошман контратакаһын кире ҡағып, А. М. Лысенковтың батареяһы Украинаның Черкассы өлкәһе Лысянский районының Тихоновка һәм Яблоновка ауылдары эргәһендә дошмандың 12 танкыһын һәм 2 орудиеһын юҡҡа сығара. Шундай алыштарҙың береһендә, 1944 йылдың 23 февралендә Лысенков үҙенең үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһын ышыҡҡа урынлаштыра һәм мәргән ут асып, танкты, 2 орудиены, 50-гә яҡын дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Дошмандың ҡаршы һөжүме туҡтай».
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 сентябрендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн кесе лейтенант Лысенков Алексей Максимовичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4267) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Бүләктәре
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (13.09.1944).
- Ленин ордены (13.09.1944).
- Александр Невский ордены (11.09.1944).
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.09.1944).
Хәтер
Советтар Союзы Геройы А. М. Лысенковтың тыуған ауылында, ул уҡыған мәктәп бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 28, л. 469, 470).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 96, л. 3).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2859, л. 3, 19, 20).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 415, л. 40, 41).
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. — Уфа: Башкирская энциклопедия. 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.
Һылтанмалар
Лысенков Алексей Максимович. «Герои страны» сайты.