Aleksandr Vasilevitsj Soetjagin

Russisch zanger (1915-1991)
The basics

Quick Facts

IntroRussisch zanger (1915-1991)
PlacesRussia
wasSinger
Work fieldMusic
Gender
Male
Birth12 August 1915
Death10 January 1991Saint Petersburg (aged 75 years)
The details

Biography

Сутягин Александр Васильевич (12 (25) августа 1915 год, Магнитная станицаһы, Ырымбур губернаһы — 10 ғинуар 1991, Ленинград) — совет йырсы-баритоны, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.

Биографияһы

Сутягин Александр Васильевич 12 (25) августа 1915 год Верхнеуральск өйәҙе (Ырымбур губернаһы) Магнитная станицаһында (хәҙер ул урында Магнитогорск ҡалаһы урынлашҡан) тыуа. Ата-әсәһенең алты балаһының иң бәләкәйе була. Атаһы Белорет металлургия заводы ҡасабаһынан  була һәм уның ғаиләһе 1917 йылда Магнитная станицаһынан Белорет заводы ҡасабаһына күсеп килә. Ете йыллыҡ мәктәпте һәм техникум тамамлағандан һуң А. В. Сутягин Белорет металлургия заводының мартен цехына эшкә килә. Клуб янындағы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша, боронғо романстар башҡара. . 1936 йылда Башҡорт музыка училищеһын (Чернов-Шер класында уҡып) тамамлай.

1943 йылда Мәскәү консерваторияһын ( В. Владимировтың йыр класында уҡып)тамамлай.

1941 йылдан алып Башҡорт опера һәм балет театрында солист булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР Халыҡ комиссарҙары советы эргәһендәге республика радиофикация комитеты дикторы була.

1957-1975 йылдарҙа Кесе дәүләт академия опера театрында (хәҙерге Михайлов театры) сығыш яһай.

Йырсы булараҡ концертта йырҙар, романстар, дуэттар һәм сит ил операларынан ариялар, хәҙерге заман Ватан һәм урыҫ композиторҙары әҫәрҙәрен башҡара. СССР-ҙың халыҡ артисы Б. Я Лемешев менән бергә сығыш яһай.

1991 йылдың 10 ғинуарында Ленинградта вафат була, кәүҙәһе Өфөгә ҡайтарылып, Өфө Сергиев зыяратында ерләнгән.

Награда һәм премиялары

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1946).
  • Башҡорт АССР-ы халыҡ артисы (1949).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (22.07.1954).
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (7.06.1955).

Театрҙағы эштәре.

  • 1955 — «Салауат Юлаев» , З. Исмәғилев — Пугачев
  • 1957 — «Летучий голландец», Р. Вагнер — Голланд
  • 1958 — «Эсмеральда», Даргомыжский — Клод Фролло
  • «Азат», Р. А. Мортазин — Максим
  • «Евгений Онегин», П И. Чайковский — Онегин
  • «Пиковая дама», П И. Чайковский — Елецкий
  • «Батша кәләше», А. Римский-Корсаков — Грязной
  • «Риголетто», Дж. Верди — Риголетто
  • «Виринея», Слонимский — Павел
  • «Катерина Измайлова» — Борис Тимофеев
  • «Аида», Дж. Верди — Амонасро
  • «Травиата», Дж. Верди — Жермон
  • «Кармен», Ж. Бизе — Эскамильо
  • «Севильский цирюльник» , Дж. Россини — Фига
  • Башҡа партиялары: Алеко, Кенәз Игорь, Яго, Скарпиа.

Әҙәбиәт

  • Музыкальная энциклопедия. Т.5. М., 1981.

Иҫкәрмә

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 01 Sep 2019. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.