Biography
Lists
Also Viewed
Quick Facts
Biography
Дворник Александр Александрович (тыуған. 1950 йыл 22 сентябрь, Өфө ҡалаһы) — рәссам. Башҡортостан Республикаһы рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Биографияһы
Дворник Александр Александрович 1950 йылдың 22 сентябрендә Өфөлә тыуған.
1979 йылда Түбәнге Тагил дәүләт педагогия институтының (Түбәнге Тагил дәүләт социаль-педагогия академияһы) художество-графика факультетын тамамлай. Һүрәтте реализм стилендә төшөрә.
1974—1999 йылдарҙа Өфөлә 3-сө балалар художество мәктәбе директоры булып эшләй. 1998—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы рәссамдар союзы идараһы рәйесе була.
Рәссамдың картиналары Башҡорт дәүләт художество музейы, С. Т. Аксаковтың йорт-музейы, Ә. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Абрамцево» музей-ҡурсаулығы, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмалар коллекцияларында һаҡлана.
Ижады
С. Т. Аксаковтың әҫәрҙәре мотивтары буйынса картиналары: «Детство в Багрове» (1981), «Аксаково. Пруд» (1984), «Дожди смывают жёлтый лист» (1988).
Картиналар полотнолары «Крепостной Зилаир» (1995), «Сакмар» (1997), «У подножья Шайтан-Тау» (2000).
Пейзаждар серияһы «Иртә» (1994), «Көҙгө таңдар» (1998).
«Салауат ере» эштәр циклы («Первоцвет», «Үләндәр моңо», «Йүрүҙән»; 2002).
Күргәҙмәләр
Александр Александрович Дворник 1974 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләрее Өфөлә (1987, 1991), Камо ҡалаһында (Әрмәнстан, 1990), «Абрамцево» музей-ҡурсаулығында (1998), Белорет ҡалаһында (2002) үтә.
Һылтанмалар
- В. М. Сорокина. Дворник, Александр Александрович. БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013).